Баишева Минзаля Василовна

Хәлилова (Баишева) Миңзәлә Васил ҡыҙы 1963 йылдың 17 авгусында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1970-1978 йылдарҙа Байыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый, 1978-80 йылдарҙа Сибай интернат-мәктәбендә белем ала. 1982-1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты. 1987 йылдан Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Дөйөм педагогик эш стажы  36 йыл. 2007 йылда Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф» милли проектында еңеү яуланы, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына һәм 100 мең грантына лайыҡ булды.

Әхиәр Хәкимов ойошторған «Дим» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Төбәк-ара «Илһам шишмәләре-98» шиғриәт фестивале лауреаты, 2013 йылда «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивалендә 1 урын яуланы. 2001 йылда шиғырҙар һәм мәктәп байрамдары өсөн сценарийҙар ингән «Аҡ елкән» китабы донъя күрҙе. Шиғырҙары «Дим тулҡындары» (2006), «Йөрәктәр аһәңе» (2007), «Асылмаған сер» (2012), «Ҡояшлы ямғыр» (2017) йыйынтыҡтарына ингән. Райондың үҙешмәкәр авторҙары конкурсында «Берҡаҙан» поэмаһы өсөн Гран-при яуланы (1998). Шиғри шәлкемдәре Бәләбәй ҡалаһында нәшер ителгән «Йәйғор» (1999, 2001, 2002, 2015) йыйынтығына индерелгән. 2012 йылда республика башҡорт теле уҡытыусыларының «Остаз. Ру» интернет-журналы ойошторған «Халыҡ поэзияһы» конкурсының еңеүсеһе тип табылды һәм Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Шул уҡ педагогик интернет-журнал ойошторған конкурста «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу» номинацияһында 2 урын алды. «Йыл уҡытыусыһы-2013» район конкурсы еңеүсеһе, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014» регион-ара конкурсының бөтә турын үтеп, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинация еңеүсеһе тип табылды. Дәүләкән районының «Балҡантау» газетаһы редакцияһы ойошторған «Рәхмәтлемен һиңә, әсәй!», район мәҙәниәт бүлегенең «Әйләнә орсоҡ,әйләнә» конкурстары еңеүсеһе. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ойошторған хикәйәләр конкурсында 1 урын яулап, Маҡтау ҡағыҙы һәм «Хазина-тур» агенствоһының сәйәхәт сертификаты менән бүләкләнде.Башҡортостан телевидениеһының «Көндәлек» тапшырыуында иң күп балл йыйып, Дәүләкән районы буйынса 1 урын алды. Дәүләкән район ҡатын-ҡыҙҙары Миңзәлә Васил ҡыҙын Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы итеп һайланы.

2015 йылда Миңзәлә Васил ҡыҙы «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеп,Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең аҡсалата грантына һәм дипломына лайыҡ булды.

2016 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән юғары исем бирелде.

2016 йылдың декабрь айында «Әхмәт әйтеше» республика сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, 2 урын алды, Мәҙәниәт министрлығының дипломына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

2016 йылда «Аҡ торналар» республика шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, 2 урын алды.

2017 йылда уның «Төштәге осрашыу» хикәйәләр китабы донья күрҙе. (Өфө).

2019 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы.

Миңзәлә Васил ҡыҙының ижады менән республика газета һәм журналдары биттәрендә танышырға мөмкин:

1. «Аҡбуҙат» журналында (№8, 2013 й.; №5, 2017 й.).

2. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында (З.Әлибаев мәҡәләһе «Изгелек орлоҡтары сәсеп» (№6, 2015 й.; №5, 1997 й.; №11 2007 й.; №2 2008 й.).

3. «Йәщлек» газетаһында (октябрь 2013 й.; февраль 2017 й.; март 2017 й.).

4. «Башҡортостан ҡыҙы» (Т.Юлдашева мәҡәләһе «Һалдат әсәһе» (№2, 2009 й.).

5. «Ватандаш» журналында (Т.Ғарипова мәҡәләһе «Изгелек» (№9, 2012 й.).

6. «Шоңҡар» журналында (хикәйә «Ҡаҙ ҡаны» (№9, 2017 й.).

6. «Ағиҙел» журналында (хикәйә «Төштә лә була осрашыу» (№11, 2017 й.).

Уҡыусылар менән берлектә йыйылған башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләре «Дәүләкән ынйылары» (Өфө, 2008 й.), «Дәүләкәндең рухи хазиналары» (Өфө, 2016 й.) йыйынтыҡтарына индерелгән.


Дополнительная информация:

1) Биография М.В.Халиловой: http://oprb.ru/template/guest/user/teacher.php?id=24445 .

2) Статья «Учитель с душой поэта» в газете «Асылыкуль».