Дневник Габдуллы Мусина как исторический источник


Источник: А.Г. Салихов. Дневник Габдуллы Мусина как исторический источник // Историко-этнографические исследования по традиционной культуре башкир (жми на ссылку). Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2019. 270 с. С.233-244.

Примечание: Печатается с разрешения автора статьи на историко-краеведческом портале Ургаза.ру.


Любой письменный источник является носителем определенной информации об авторе записей, времени его создания и других исторических событиях. В данной статье рассматривается дневник, владельцем которого являлся Габдулла Калимуллович Мусин, житель деревни Узян (сегодня микрорайон села Ургаза) Баймакского района Республики Башкортостан. 

Изучаемый нами источник ежедневных записей был приобретен в с. Ургаза Баймакского района РБ научным сотрудником отдела этнологии Ордена Знак Почета Института истории, языка и литературы Уфимского федерального исследовательского центра Российской академии наук Марселем Муритовичем Маннаповым. Долгое время дневник Г. К. Мусина хранился у снохи автора указанных записей Хусникамал Миннигужевны Мусиной. В 2008 г., в связи с подготовкой в с. Ургаза Баймакского района к празднованию 80-летнего юбилея переселения башкир Пугачевского уезда Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в., Х. К. Мусина пригласила к себе старожила населенного пункта Мадхию Гатаулловну Исхакову (1929 г. р.) для того, чтобы она передала дневник Габдуллы Мусина в руки научного сотрудника ИИЯЛ УФИЦ РАН для передачи на постоянное хранение. В настоящее время источник ежедневных записей главы семьи Мусиных хранится в Фонде рукописей и старопечатных книг ИИЯЛ УФИЦ РАН имени Г. Б. Хусаинова.

Документ состоит из трех частей: остатка школьного ученического дневника и 2 тетрадей в линейку, пришитых к нему с двух сторон внутренней обложки. Формат: 20×16,5. В нем, включая обложки, также содержащие записи, 38 листов. Кроме авторских записей имеются записи, сделанные его родственниками и близкими людьми. Одним из основных авторов текстов является брат владельца дневниковых записей – Хисматулла Калимуллович Мусин, житель деревни Таш-Кустьяново Большеглушицкого района Куйбышевской (сегодня Самарской) области.Сквозная нумерация страниц была сделана в ходе изучения данного вида источника. Владельческая (авторская) пагинация (лист 1–10) имелась лишь во второй части, содержащей родословную. Она соответствует 11–20 листам общей нумерации, основная часть текстов написана на арабской графике. 

Дневник создан в середине ХХ столетия. В основном все записи имеют датировку. Многих из них содержат имена и фамилии людей. Например, на одном из листов указано: «1955-нче йыл 23-нче апрелда яҙҙым бән Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла» («Написал я, Хисматулла сын покойного Калимуллы 3 апреля 1955 года») (Л. 11 об.).

Записи в дневнике осуществлялись карандашами и ручками различных цветов. Они отражают различные события, связанные с жизнью владельца документа, его родственников, односельчан и в целом региона. Некоторые из них сделаны по случаю знаменательных дат, произошедших в обыденной жизни обыкновенных жителей Башкортостана. Интересны сведения о поездке жителей деревни Узян в поисках работы в Среднюю Азию. Подобное явление, имевшее место в истории, еще не стало предметом детального научного исследования.

Большую ценность представляет собой родословная запись, сделанная Хисматуллой Мусиным. Она повествует о представителях бурзянского рода, живших на берегах рек Большой Чижи (офиц. Чижа 1-я, башк. Оло Сәҙе, казах. Шежiн 1) и Малой Чижи (офиц. Чижа 2-я, башк. Кесе Сәҙе, казах. Шежiн 2), Большого Узени (башк. Оло Үҙән, казах. Караозен) и Малого Узени (башк. Кесе Үҙән, казах. Сарыозен).

Дневниковые записи написаны на основе арабографичного тюркского алфавита, распространенного на территории Урало-Поволжья и имевшего сильное влияние на башкирский язык. Изучаемый нами источник является ярким образцом языка письменных памятников Башкортостана, содержащим смешанные элементы письменных традиций Урало-Поволжья, Анатолии и Средней Азии (безләрә, Алладин, берлән, ғүмерләреңезе, уғлы, калхуздин, беләсезләр, ҡушамыз и т. д.) и свидетельствующим его использование и еще во второй половине ХХ в. Это связано с тем, что его авторами были люди, получившие традиционное мусульманское образование на рубеже XIX–XX вв. Ярким образцом письменной культуры того периода, сохранившей более архаичные элементы, является запись на листе 29 об. Небольшая часть текстов в дневнике Габдуллы Мусина написана на башкирском языке кириллицей, а несколько из них – латиницей. Пара хозяйственных заметок выполнена на русском языке. Все это отражает историю башкирского письменного языка, связанную со сменой орфографий и алфавитов. Для того, чтобы отличить тексты на башкирском языке от арабографичного материала будем указывать в квадратных скобках.

Ниже приводится транслитерация текстов из рассматриваемого документа. Она дает интересные сведения для исследователей истории истории, этнографии, фольклора и языка башкир прошлого столетия. В конце документа дан указатель устаревших слов с переводами.


[ТЕТРАДЬ ГАБДУЛЛЫ МУСИНА]

Часть I. 

Л. 3.

1951-нчы йылда 29-нчы октябрда Мусин Сәғәдәт уғлы Йомахужа уғлы һәм Байтимер Зиннәт уғлы Һатыбалдин кейәү.

Л. 3 об.

1959-нчы йыл 9 ғинуарда яҙҙым Һидәйәт Хангәрәй уғлы Яппаров.

1950-нче йыл декабрҙың беренсе көнө килеп ҡунаҡ булдыҡ Үҙәндәге ағай-эне, туған, харындашларҙа һәм шулай уҡ Октябрь отделенияһында һәм Хәйбулла совхозында Яман-һаҙҙа һәм Баймаҡта Түшә ауылында булып 10/I ҡайтырға ниәт итеп торамыз. Алла ахырын хәйерле ҡылһын. Бик шәп ҡунаҡ булдым. Бөтә ағәй-эне, туған харындашларға күп рәхмәт илтифат итеүләренә. Хаҡ Тәғәлә әжерен ҡайтарһын тип теләк белән Һидәйәт Яппаров (подпись).


Л. 4 об.

1958-нче йылда урожай бик яхшы булды. Игенне йыйып алыу ямғырға ҡалды. Шунда халыҡ башаҡ күп йыйған кешеләр күп булды.

1958-нче йылда октябрнең 7-нче көн ҡәбер эйәһе булды Маликаждар Ғәли уғлы Дәминдәров 78 йәшендә Аллаһы Тәғәлә иманны юлдаш ҡылсын. Амин дип яҙып ҡуйдым. Мусин Ғабдулла Кәлимулла уғлы.


Л. 5 об.

1958-нче йылда 24-нче февралда вөжүда килде. Шайморат дип исем ҡушамыз дип торамыз. Атаһы Алтынхужа Әнкәсе Хөсниямал дәйү беләсезләр дип яҙыучы Ишморат.


Л. 6.

1959-нчы йылда Миңнехужа балаһы Ҡотлохужа ҡыҙын бирде Хәбибулла балаһы Хәлим(гә). Шуға 5-нче декабрда. Февралда туй уҙғардылар. Бик шәп булды дип әйтәләр. Ахыры хәйерле булһын. Амин дип яҙыучы Ишморат Ғабдуллин.

1959-нчы йылда Ташбулатдин Ишкилде кейәү Бәҙурик берлән ҡунаҡҡа килде 3-нче декабрда.


Л.6 об.

1957-нче йылда килеп 58-нче йылда Ҡаратүбә ҡайтып китте Ташбулатдин ҡунаҡҡа килде Мәхиәнов Яхъя. Атаһы Йомағәли, балаһы Сәғәдәт балаһы Мөбин. Ятты бер айда 20 көн. Бик шәп ҡунаҡ булып ҡайтты.

Ибраһимов Мөбин дип яҙып ҡуйдым. Ғабдулла Кәлимулла уғлы.

1958-нче йылда 29-нчы ғинуарла шулай була.


Л. 7 об.

1957-нче йылда урожай насар булды, гектарына 2–3 центнер төште. Калхуздин савхузға керә башладылар халыҡлар.

1956-нче йылда калхузда дүртә дүрт киладин алдыҡ боғдай аҡчаһы 5 сумдин алдыҡ.

1957-нче йыл февралда калхузны бөтөрөп савхузға ҡуштылар. Шунда йөрөп яталар. Бу йыл урожай булмады.


Л. 8.

Расписка

Даю настоящую расписку Мусину А., в том, что я взял из Баишевского отделения электродвижок в полной сборке, состоянии хорошем. 

О чем даю расписку.

12/IV-58 г. К сему: Хасанов


Часть II.

Л. 9.

III. Хөрмәтле улып торғучы энемез Ғабдуллаға сәләм.

Ғабдулла Мусинның гарус ебәрә торған книгаһы, йәғни дәфтәре.


Л. 11 (1-нче бит).

Мөхәммәд ҡарт берлән Ҡансура икәүһе бер туған булған. Ҡансурадан Баймырҙа булған. Ҡансура Ирәнтектә ҡалған. Мөхәммәд ҡарт балалары Өчүҙән, Өчсаҙы буйына күчеп киткәнләр.

Мына Баймырҙа ауылы шул була икән. Мына Мөхәммәд уғланларындан Өчүҙәндән күчеп килеп Үҙән ауылы булып Урғаҙа һыуы буйында маҡам итеп ултыралар.

Мөхәммәд ҡарт балаларының хәзерендә Һаҙыйлары: Ғәҙелшә 1 Һаҙый, 2 Нәҙершәһаҙый, 3 Алтынбай Һаҙый бар ине. Бик яхшы беләмен дәйүп яҙғучы Хисмәтулла Мусин.

1955-нче йыл 28 апрелдә.


Л. 11 об. (1-нче [а] бит).

1955-нче йыл 23-нче апрелда яҙҙым бән Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла уғлы.


Беренче Бөржән руғы ата балаларының тоҡомларының шәжәрәләренең яҙған ваҡытта Мөхәммәд уғланлары Өчүҙән Өччаҙы буйында маҡам иткәнләр.

Беренче Бикташ, икенче Юлдаш, өчөнче Рәсүл, дүртенче Алтынбай, бишенче Үҙәнбай.

Әүәл дә яҙам Алтынбай уғланларын:

1 – Ильяс, 2 – Ғайса, 3 – Муса, 4 – Яғҡуб, 5 – Ғәбделкәрим, 6 – Шәрәб-дин абый, Камал. Камал абый. Шәрәб – дүрт ҡыҙы ҡалған: Өмекәй, Фәлимә, Рабиға, Хәҙисә.

Ғайса: Ғата вә Гөлжамалдан Сәғәҙәт.


Л. 12 (2-нче бит).

Беренче: Ильяс балаһы Фәхретдин. Фәхретдин балаһы Талха. Талхадан ир уғлан Лоҡманхәким вә Тимерғәзи, ҡыҙлар: Мәрүәкамал, Мәхүбжамал.

Лоҡманхәкимдән бер уғлан Тимерғәзи, ҡыҙлар: Лүтсиә, Һандуғач, Фәниә.

Икенче: Ғайса. Ғайса уғланлары Әғзәм, Әбүбәкер, Ғүмәр.

1 – Әбүбәкердән ир уғлан Хантимер, ҡыҙлар: Разифа, Ғәрифә, Таифа.

2 – Ғүмәрдән Исхаҡ, Исхаҡ балалары: Хәлилулла, Сөнгәтулла.


Л. 12 об. (2-нче [а] бит).

Өсөнсө: Муса уғланлары: Яхъя, Сафиулла, Файзулла, Ҡәдирәмәт, Кәлимулла, Нәбиулла, Камалетдин (7).

1) Яхъя – бала юҡ.

2) Сафиулла – бала юҡ.

3) Файзулла. Файзулладан ир уғланлары: Хәбибулла Ғәйнулла, Хайдарғәли, ҡыҙ Джаңылбикә.

Хәбибулладан ир уғлан: Мөхәммәтғалим, ҡыҙ бала:

Гөлжыһан.

Ҡәдерәмәт ике уғыл Солтанмәхмүд, Ғиләжетдин.

Солтанмәхмүдтән ҡыҙ бала Мөбинә.

Ғиләжетдиндән Минһәжетдин.

Минһәжетдин ҡыҙлары: Сәбилә, Ҡарлуғач, Өмөтбикә, Өммөнисә.


Л. 13 (3-нче бит).Ғарифулла, Хисмәтулла, Ғабдулла, Минлеғәли.

5-се: Кәлимулла, Кәлимулла уғланлары дүрт:

1) Ғарифулла, Ғарифулладан ир уғлан:

Шәрифулла, Әһлиулладан ҡыҙ: Минһылыу.

Шәрифулладан ҡыҙлар: Вәлимә, Хәлидә, Тахира.

2) Хисматулладан тыуған ике уғыл: Хөснөтдин, андан ҡыҙ бала – Һандуғас, ир уғлан – Минлийәр.

3) Ғабдулла, Ғабдулладан – ир бала Жомахужа, Алтынхужа.

4) Жомахужадан ир уғлан – Минңлеғали, ҡыҙ – Зөлхижә.

Алтынхужадан ҡыҙлар – Таифә, Миңлегөл, ир бала Ишморат, Ишмораттан.

Миңлеғәли, Миңлеғәлидән ир уғлан Рәшид, ҡыҙ Мөнәүәрә.


Л. 13 об. (3-нче [а] бит).

Кәлимулладан ҡыҙлары: Динә, Хәнә.

Динәдән ир уғлан Мәхмүд, Махмуд балалары: ир уғлан Ниғмәтулла, ҡыҙлар: Нәсимә, Вәсилә.

Икенче ҡыҙ Хәнәдән ир уғлан Сиражетдин, Әсмәбикә, Рәхилә, Әлифә.

Сиражетдиндаң ир уғлан Ғиләжетдин, ҡыҙлар Әсхәбжамал, Нәсихә, Рәхимә.

Хисмәтулладаң ике уғыл береһе Хөснитдин, 2 – Ғимадетдин.

Хөснитдин балалары ҡыҙ – Һандуғач, ир бала – Миңлейәр.

Ғималетдиндан ир уғлан Сәйфетдин, ҡыҙлар: Ғәшиә, Зөлхижә.


Л. 14 (4-нче бит). А

лтынбай балаһы Яҡубтаң алты уғлан:

Ғәбдәлжаббар, аның балалары:

Мөхәммәтжан, Әхмәджан, Ханғирәй, Дәүләтгәрәй.

Мөхәммәтжандан ир уғлан Сәйфетдин, ҡыҙ Фатима. 

Әхмәджандан ир бала: Ғиниәтулла, Әхмәдгирәй, Ниғмәтулла, Сафиулла.

Ахмәдгәрәйдән ҡыҙлар Мөнәүәрә.

Ниғмәтулла балалары: Мөбин.

Ханғирәйдән ир уғлан Һидиәтулла, ҡыҙлар: Шәрифә, Шәмсиҡәмәр.

Дәүләтгирәйдән бала юҡ.


Л. 14 об. (4-нче [а] бит).

Шаһимәрдән

2) Шаһимәрдән бер ҡыҙ Тутиә, анан бер уғыл – Тимербулат.

3) Харрас, андан тыуған Ибраһим. Ибраһимдан ир уғлан Ғәбдерәшид, анан бер уғыл – Марат, бер ҡыҙ – Хәмидә. Ибраһимдан дәхидә бер малай – Халим.

Шираздан дүрт уғыл:

1) Йософ, Йософтан ир бала – Һатыбалды, ҡыҙлар Ғәйнижамал, Джаңылбикә.

2) Ғосман, андан бер ир бала Фатих, ҡыҙлар: Хөснижамал, Фатима, Закиә.

3) Ғәли, ир бала Даһи, Марус, ҡыҙ – Клара.

4) Сәлмән: ир бала Муса, ҡыҙлар: Ғайникамал, Биби.

Малик, андан ир бала – Шәриф, Шәрифтән ир бала – Ишбулат, ҡыҙлары: Фәрхизә, Зөлхизә.


Л. 15 (5-нче бит).

Яҡуб балаһы – Жәғфәр.

Жәғфәррдән ике бала: Ҡунаҡбай, Ҡәләм.

Ҡунаҡбайдан – Хәмидулла.

Ҡәләмдән – Солтангирәй.

Алтынбай уғлы Ғәбделкәрим, ир уғлан – ике:

1) Сәхибгирәй, андан ир бала – Ғабделлатиф.

Андан ир бала Кәрим, ҡыҙ бала Жанбикә.

Сәхибзада, андан ир бала Ғәбидулла вә Ғәбидулладан ир бала– Тимербулат, ҡыҙлар: Гөлшәкәр, Хөснижамал, Гөлчәчкә.


Л. 15 об. (5-нче [а] бит).

Мөхәммәд, андан Ғәделшә, андан Ширғәзи, Ширғәзидән Баймөхәммәд, Садиҡ, Сиддыҡ.

Баймөхәммәд – бала юҡ. Сәғиттән Исмәғил(дән) Сара.

Садиҡтан ҡыҙлар: Йөҙлөбикә, Гөлбәғидә.

Сиддыҡтан ир бала: Ғәбделвәли, Ильяс. 

Ғәбделвәлидән ир бала – Ташбулат. Ильястан ир бала – Ильфрид, ҡыҙлар (ике).

Нәҙершәдән Хажмөхөммөд, андан – Ҡотлоғәлләм, андан ҡыҙ бала Жәмилә.

Рәсүлевләрдән бала юҡ. Бер ҡыҙ бала бар – Миңлежамал. Үҙәнбайҙан бала юҡ.

Мына бу Мөхәммәдтән киткән балалар уҡыған кемсәләргә белге өчөн яҙып китәм бән Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин етмеш йәшендә.


Л. 16 (6-нчы бит).

1954-нче 29-нчы октябрда Ташбулат ауылының Хисмәтулла ҡунаҡҡа килдем хатыным Фатима һәм ҡыҙым Әсхәпжамал берлән Үҙән ауылында маҡам итеүче энемез Ғабдуллаға килеп ҡунаҡта. Рәхмәт илтифатларына, бөтә халыҡта ҡунаҡ булып бөтә харындашлар, туғанларны күрдек. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайумыза хәйерле ғүмерләр виреп киләчәктә күрешергә насип иткәй иде. Амин.

1955-нче шушы апрель айында ҡайту хосусында уйлап торам Алла насип итһә мына шулай күп ваҡытлар булып алты ай ятырға туғры килде. Өс ай аяҡ ауырып ятырға туғры килде. Оҙаҡ булып китте, ахыры хәйерле булһын.


Л. 16 об.

Мына ағай-энеләр беҙ бит Ташбулат ауылында бергә ғүмер итеп хәҙерге көндә айырылышып ғүмер итергә туғры килде. Барча балалары бер-берендән айырылып китәләр. Инде ят булып Аллаһы Тәғәлә мөҡәддәрдә шулай ҡушҡандыр инде шулай итеп түҙергә. Яҙа торған һүҙләр күп тә, күҙемдән йәшләр түгелеп китеп яҙып булмай ҡуйдым. Ничә яҙһам да һүҙ бөтмәс. Мына шушы яҙыуда тәҙкирә өчөн яҙып китәм бән Ташбулат ауылының Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин.

Беҙ бит дүрт туған бергә ғүмер иткән идек. Бөтә инде хуш.

Яҙҙым бән етмеш йәшемдә.

Инде беҙгә килеп күреүләр булмас инде. Барығыҙда бәхил булыуығызны теләп ҡалам. Хуш.

Яздым 25 апрелда 1955 йылда. 


Л. 17 (Л. 7). 

Язайым микән, житер микән,

Язып һүҙләр бөтәр микән.

Бу михнәтләр бу

Күңелләрдин китәр микән.


Язайым микән, житәр микән,

Язып һүҙләр бөтә микән.

Бу донъяның жәрәхәте

Күңелләрдин китер микән.


Яҙайым дисәм яҙып та бөтмәй,

Кағыз берлән ҡара житмәй.

Жүрәкдин ҡайғылар китмәй,

Илаһым бир сабырлыҡны


Яҙайым дисәм яҙып булмай,

Мөҡәддәрдин уҙып булмай.

Желамиса түҙеп булмай,

Илаһым бир сабырлыҡны.


Бара ғына идем, һай, һыу буйлап,

Һыу буйлап та түгел юл буйлап.

Ғаҡылһыҙ ҙа жегет түгел инем,

Ғаҡылым бөттө күп уйлап.


Л. 17 б (Л. 7 об.).

Жерәнсәй дә атым, ай, уйнайһың,

Теҙгенләрем ҡыҫҡа буйлайһың.

Сәғәт кенә түгел минут һайын

Илләремә ҡайтыуҙы уйлаймын.


Ай, әйләнә, дуслар, ай, әйләнә,

Жел берлән дә үлән бәйләнә.

Исләремә төшһә, иҫем китә, 

Иҫем инһә, башым әйләнә.


Ирәнтектә буйы, ай, берләм юл, 

Нигә һалмай икән үсәм юл.

Беҙ ҡайтырбыҙ инде, һеҙ ҡалырһыҙ,

Һағынһағыҙ, бер жырлап ебәрерһеҙ.


Л. 18 (Л. 8).

Жеккән дә генә атым, ай, бар жерән,

Жалларында тарап үрмәнем.

Килеп китеүләр беҙ, һай, дус кебек,

Ике күҙем туя күрмәнем.

Ну, жетәр ахыры яҙыуымны уҡыһағыҙ

Хистәтулла бабай яҙып киткән дип

1967 йыл 17 июндә килдем.


Л. 18 (Л. 8).

1957-нче йылда Алтынхужа Ғабдулла уғлы Үҙәндән ҡайтты. Ташбулат Күчтәнов ауылына ҡайтты. 2 ай дүрт көн йөрөп килен берлән һәм уғлым Ишморат өч өй Алтин берлән киленнең туған илләре шулай итеп туған илләрдин айрылып бөттөк.


Л. 19 об. (Л. 9 об.).

1872-нче йылда 2-нче майда вөжүдә килде Ғарифулла Кәлимуллин.

1886-нче йылда 14-нче ноябрдә вөжүдә килде Хисмәтулла Кәлимуллин.

1897-нче йылда 28-нче мартта вөжүдә килде Ғабдулла Кәлимулла уғлы.

1901-нче йылда беренче августа вөжүдә килде Миңнеғәли Кәлимулла уғлы.


Л. 20. (Л. 10).

1884-нче йылда 12-нче июндә вөжүдә килде Динә Кәлимулла ҡыҙы.

1888 йылда 15-нче мартта вөжүдә килде Хинә Кәлимулла ҡыҙы.

1890-нче йылда 18-нче июндә вөжүдә килде ҡызымыз Гөлшәкәр Кәлимулла ҡыҙы. 

Кәлимулла ҡартның балалары булған шушылар 4 дүрт ир бала, дүрт ҡыҙ бала.


Л. 20 об. (Л. 10 об.).

1954-нче йылда 6-нчы октябрда вафат булды Динә апамыз 72 йәшендә Кәлимулла ҡызы.

1957-нче йылда 28 сентябрда вафат булды Фатима Ғәбделхаҡ ҡыҙы 39 йәшендә. Ҡәбер эйәһе булды дип яҙучы еҙнәһе Ғабдулла Мусин.

1931-нче йылда 4 июлдә вафат булды Ғәбделғәни Мөхәмәтвәли уғлы дип яҙа Мусин Әминәнең ағаһы.


Л. 21.

1915-нче йылда вөжүдә булған Хөснитдин Хисмәтулла уғлы.

1915-нче йылда вөжүтдә улған Әһлиулла Ғәрифулла уғлы.

1908-нче йылда вөжүдә килде Шәрифулла Ғәрифулла уғлы.

1917-нче йылда 19-нчы октябрда вөжүдә килде Ғимадетдин Ғисмәтуллин.

1920-нче йылда 10-нчы декабрда вөжүдә килде уғлымыз Жомахужа Ғабдулла уғлы


Л. 22.

1927-нче йылда 20-нче августа вөжүдә килде уғлымыз Рәшит Миңнеғәли уғлы.

1940-нче йылда 2-нче сентябрда вөжүдә килде Миннеяр Хөснитдин уғлы.

1924-нче йылда вөжүдә килде Миңнеғәли Мәрғүбә ҡыҙы. 


Л. 22 об. 

1932-нче йылда 10-нчы апрелдә вөжүдә килде ҡызымыз Фатима. 

1951-нче йылда 20-нчы октябрда шул Фатима вафат булды 18 йәшендә. Әткәһе Ғабдулла, әнкәһе Әминә дип яҙучы Ғабдулла бин мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин.


Л. 23.

1920-нче йылда вөжүдә килде уғлымыз Йомағужа Ғабдулла балаһы. Шунан вафат булды 1951-нче йылда 21 августа 30 йәшендә. Ҡәбере Үҙән ауылында дип яҙып ҡуйдым атаһы Ғәбдулла бин мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин. Йомағужанынң балаһы 1943-нче йылда вөжүдә килде Салауат уғлымыз 11-нче ноябрда. Шул баланың атаһы Йомахужа, әнәһе Өммөгөлсөм.


Л. 23 об.

1952-нче йылда 20-нче сентябрда вафат булды уғлымыз Салауат 9 йәшендә Йомағужа балаһы.

1946-нче йылында 9-нчы июлдә вөжүдә килде ҡызымыз Зөлхизә. Атаһы Йомағужа. 

1948-нче йылында 24-нче декабрда вөжүдә килде уғлымыз Миңнеғәли Йомағужа балаһы. 

1948-нче йылында 16-нчы декабрда вөжүдә килде ҡызымыз Тайфа. Атаһы Алтынхужа. 

1952-нче йылында 25-нче декабрда вафат булды 14 айлыҡ ҡызымыз Бүләкбикә Йомағужа ҡыҙы.


Л. 24.

1961-нче йылында 8-нче ғинуарда ҡызымыз Фатиха вөжүдә килде. Әнкәһе Хөсниямал.

1962 йылда 1-нче сентябрда Ташбулат ауылынан Үҙәнгә ҡунаҡҡа килдем Ғәбдрәшит, жәмәғәтем Сәғидә һәм кесе улым Нуретдин 3 йәшендә. Файза туғаныма килдек. Һау-сәләмәт ҡунаҡ булып йөрөйбез, тиҙ көнләрҙә, Хоҙа ҡушһа, илгә ҡайтырға уйлайбыҙ. Шуның белән тамам. Хуш. Һау булығыҙ. Ғәбдрәшит.

Ғәбдрәшит Сәғәдәт уғлы.


Часть III.

Л. 38.

1959-нчы йылда ноябрның 25-нче көнгә саҡлы мал ҡырда булды.


Л. 37. [На латинице].

Ишеттек Хисмәт олатайҙың үлгәнен 1961 йылда 5 сентябрҙа. Өфөлә үлгән икән поездан тапалып. Иманың юлдаш итһен. Яҙҙым 28/IX-62. 

Алтынғужа Ғабдулла улы.

(Ҡултамға)


Л. 36 об.

Өҫтәлләрҙә ҡара ултыра,

Ҡулдарым яҙа тора.

Үҙем күреп һөйләшкәнсә,

Хатларым бара тора.


Илле метр ҡара таҫма 

Жетәр чәчем үрергә.

Минән дә бәхетле хатым

Китте һеҙне күрергә.


Жер желәккәйләрен жыя алманым.

Ни булды икән үҙемә?

Һөйләр һүҙҙәремне әйтә алманым,

Ни булды икән бәнем телемә?


1962-нче йылда Ғарифулла ағайдин Әһлиулланың ҡыҙын Миңһылуҙы кейәүгә бирҙек. Дәүләтшин Ғабдулланың уғлы Фәтхулла 24-нчы мартта Аллаһы Тәғәлә хәйерле ғүмерләрен биреп йәшәүен Алладин һорайбыҙ. Ата-анаһындин йәтим ҡалды ике айлыҡ. Шуны ҡартинәһе ҡараны. Шунан әбей үлде. Шунан Сәмсиә анаһы ҡарап үҫтерде. Шул Миңһылыу дип яҙам.


Л. 35 об. [На латинице].

Иҫтәлек.

5-се декабрь 1958-се йылда яҙҙым.

Мусин Хисмәтулла уғлы Ғимадетдин Ташбулат ауылынан ҡунаҡҡа килдем хәләл ефетем (ҡатыным) Кәтифә, улым Сәмсетдин Үҙән ауылына ағайым Мусин Ғабдуллаға 18-се ноябрь 1958 йыл.

19 ноябрь көнө урамға сығып оло әбей һәм ҡартларны йөрөп күреп, күрешеп, сәләмнәрен әйтеп зиратҡа барып, анда булған ырыу, хәрендәш һәм фәҡирләр исеменә бағышлап аят уҡып ҡайттым. Анан һуң беҙ ҡунаҡҡа килгән тип бөтә булған Үҙән ауылының һәм совхоздың ҡарты, йәше бал әсетеп ҡунаҡ булып саҡырышыуға бәйләнешеп киттек. Ҡунаҡ булған ерҙә төрлө уйын-көлкө булды.


Л. 35.

1959-нчы йыл ноябрь айында 3 ҡыз хужалы булып, беренче Алмабикәнең ҡызы Айһылыу Шөғәйеп уғлыға Сараның улыға барды. Шул Ноябрда Ҡотлыхужаның ҡызы Хәбибулла уғлы Хәлимгә барды. Зәлифә ҡызы Ҡорманхужа уғлыға барды Ташбулатдин ҡунаҡҡа тип алып ҡасырып алды. Шулай күп ҡызлар хужалы булды. Был ҡыҙлар 18 берлән 20-ме араһында, 25 йәшендәге ҡызлар бар, хужа юҡ дип язғучы Ғабдулла Кәлимуллин.

1960-нчы йылда Ибраһим Ғабдрахманов ҡызыны бирде Юсуф Ғәбделғәниевның балаһына.


Л. 34 об.

Урыҫлардин байрамы яңы йыл башы ғинуарда хиршиниә дип һыуға сумалар. Бик ҙур байрамлары.

Шунан мартта масленитса байрамы йәрминкә була апрелда паскы

Ҡыҙыл йомортҡа байрамы.

Өч ҡар була (буран) ахыры. Андин бик яумай. 

Майда ҙур.... Шунан Октябрда Покроф 

Өч ... Казански өч жомғадин һуң (аҙаға 35 биттә яҙып бөтөрөлгән) 

..Багародица

Дәхи дә өч жомғадин һуң Микола.


Л. 34.

1959 йылда иген урожай булмай. Печән булмады. Яғмур булмады. Суң авгусның 20-ләрендин яуырға башлады. Октябрның 5-ләрендин яғмур, ҡар яуып торды, ҡоромай да ҡар яуып тора хәзер дә бик, бик пысыраҡ шул хәтле дип языучы Ғабдулла Мусин.

Язылды 25 октябрь.


Л. 33 об.

1960-нчы йылда мин Ғабдулла мәрхүм Кәлимулла уғлы Ташбулатҡа ҡунаҡҡа ҡайттым. 28 майҙа килдем, 23 ҡайттып киттем илләҙе күреп бик шатланып йөрөп ҡалдым. Ағай-эне, харындашлар һау икән.


Л. 32 об. [На кирилице].

Беҙ ошо Үҙән ауылынан 1959 йыл октябрь айында дүрт семья сығып киттек: Сәғәҙәт улы Мөбин, Миңлеғужа улы Йомағужа, Зиннәт улы Байтимер, Ғиниәт кейәүе Һатыбалды, Ташкент шәһәренә. Әйләнеп ҡайттыҡ 61 йыл декабрь айында. Көн бик йылы булды, ямғыр яуып торҙо 8 көн, йөрөп булалыр. Ошо көндө иҫтәлек өсөн яҙҙым Ибраһимов Мөбин.


Л. 32. [На кирилице].

1976, йыл Башкирияға килдек күмәкләп Алтынғужаларға: Мусин Ғимаҙи, Хәнифә, Миңзифа, Хәйербанат кейәүе менән, Йәмил, Төңөлбикә, Әхмәт кейәү, Рауил, Ғимаҙи, улы Иҙел, Әхмәт улы Рауил 9 йәштә, Иҙел 5 йәштә. Ошо кешеләр Билал ауылына туйға барҙыҡ. Ҡайтып килешләй төштөк 1976 йыл июлдең 19 килдек 21-дә ҡайтырға ултырабыҙ. Бик яҡшы ҡунаҡ булдыҡ. Бөтәһенәлә рәхмәт, бик яҡшы итеп ҡаршы алып ҡунаҡ иттеләр. Бик ҡыуанып ҡайтабыҙ. Беҙ ҡыуанған шикелле һеҙҙгә ҡыуанып, бала-сағаларығыҙҙың ҡыуанысын күрегеҙ. Бөтәбеҙҙән дә бик ҙур рәхмәт.


Л. 30.

1961-нче йылда Ташкенттан Хөсникамал килде ҡунаҡҡа Мәғүмәрә ҡыҙы берлән. Ай ярым ҡунаҡ булып ҡайтты. Хөсникамал 61 йәшендә, һау, бик таҙа, шәп йөрөй.


1962 йыл 20-нче июндә бән Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла уғлы килдем Башкирияға Үҙән ауылына Ғабдулла Кәлимулла уғлы Мусинға Ташбулат ауылындан ағай-эне, харындаш, туғанларны күреү өчөн. Аллаға шөкөр ағай-эне, харындашлар барчалары да сағ-сәләмәтләр икән. Ғарифулла ағай һәм Ғабдулла энемез һәмдә барчалары берлән сағ-сәләмәтләр икән. Алдағы көнләре Аллаға тапшырҙыҡ.

Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайымыза хәйерләр виреп, киләчәктә күрешергә насип иткәй иде. Язып китәмен тәзкирә өчөн бән Ташбулат ауылының Хисмәтулла дәйү уҡырсызлар, вәссәләм.


Л. 29 об.

Хөрмәтле улан Үҙән ауылының ҡартларына һәм йәшләренә сәләм мәснүнәләремезе күндереп фатиха хәйерләрегезе рижа идеп ҡалдыҡ. Рәхмәт барчағыза илтифат идеп, хөрмәт идеүеңезә. Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайумыза хәйерле оҙон ғүмер виреп, киләчәктә күрешергә насип иткәй иде. Амин. Сезләрнең хәйерле ғүмерләреңезе теләп яҙып ҡалдырам. Язғучы Ташбулат ауылының Хисмәтулла ибн мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин 75 йәшендә. Вәссәләм. Бәдауам.

1967-нче йылда йылда Хисмәтулла ағай килде ҡунаҡҡа 17-нче июндә. Шунан ҡайтып китте 2-нче августа. Иҫән-һау ҡайтып балаларына күрешергә насип иткәй иде. Амин, шулар [?]. булды Асия женгәм һәм Малика килделәр бергә бик шәп йөрөп ҡайттылар.


Л. 29. [На кирилице].

1961-нче йыл 17-нче июндә килдем Башкирияға энемез Ғабдулла Кәлимулла уғлы Мусинға. Хәзерендә ҡайту хосусындамыз. Бән Ташбулат ауылының Хисмәтулла Кәлимулла уғлы Мусин сағ-сәләмәт килеп, барча аға-эне, туған харындашларны күреп, бик шат-хөррәм улдыҡ. Һәм ҡызымыз Ғәйшә берлән һәм жәмәғәтем Сәмиғә аллаһы Тәғәлә хәйерле ғүмерләрне виреп килячәктә күрешергә насип иткәй иде. Амин. Ғабдулла һәм Алтынхужа һәм киленләрә бу хәтле безләрә ҡәдер хөрмәт итеүләренә рәхмәт. Илтифатларыны Аллаһы Тәғәлә хәйерле озон ғүмерләр виреп балаларының изгелекләрен күреүгә насип итһен. Амин.


Яҙайым микән, жетәр микән,

Яҙып һүҙләр бөтәр микән? 

Бу донъяның жәрәхәте

Күңелләрдин китәр микән?


Яҙайым диһәм, яҙыу бөтмәй, 

Ҡағыз берлән ҡара жетмәй.

Йөрәкдин ҡайғылар китмәй,

Илаһым, бир сабырлыҡны.


Яҙайым дисәм, яҙып булмай,

Мөҡәддәрдин уҙып булмай.

Жыламича түҙеп булмай, 

Илаһым, бир сабырлыҡны. 


Л. 28 об. 

1961 йыл 17 июндә килдек Үҙән ауылына олатайым Мусин Абдуллаға. 

Мусина Ғәлиә Ғимади ҡыҙы. Яҙып ҡалдырам билге өсөн. 3-сө августа ҡайтабыҙ. Киләсәктә Аллаһы Тәғәлә хәйерле ғүмер биреп күрешергә насип итһен. Амин. Мин яҙыусы Мусина Ғәлиә Ғимади ҡыҙы.

10 йәшемдә килдек ҡартайым Хисмәтулла, ҡәрсәйем Сәмиғәғә.


Л. 28.

1925-нче йылда беренче мартта вөжүдә килде ҡызымыз Әсхәпжамал Сиражетдин ҡызы. 

1938-нчы йылда беренче мартта вөжүдә килде ҡызымыз Һандуғач Хөснитдин ҡызы

1967-нче йылда вафат булды 30-нчы августа Файза Муса ҡартның әбейе.


Л. 27 об.

Иҫтәлек итеп Ғабдулла Мусин.

Балаҡайларым икәү чаҡта 

Китә ине барланып. 

Инде хәҙер ялғыз булғач,

Ғүмер үтә зарланып.


Алма бирҙем, алдың бит.

Ал яулыҡҡа, салдың бит. 

Инде хәҙер, балаҡайым,

Ялғыҙлыҡҡа ҡалдык бит. 


Һин бәләкәй саҡларда

Һикреп мендең атларға.

Ағаҡайың бар сағында

Ялыу итмәнең ятларға. 


Л. 27.

1958-нче йылда 24-нче февралда вөжүдә килде уғлымыз Ишморат Алтынхужа уғлы. Әнкәсе Хөсниямал.

1961-нче йылда ғинуарның 8-нче көнө вөжүда килде ҡызымыз Фатима. Әнкәсе Хәсниямал, әткәсе Алтынхужа Ғабдулла уғлы Мусин. 

Яҙыучы Ишморат Абдуллин. 


Л. 26 об. 

1959-нче йылда рузаға кердек февралдең 20-нче көнөндә дип яҙыучы Ғабдулла мәрхүм Кәлимулла уғлы Мусин.