Из материалов башкирского фольклора Кугарчинского района Республики Башкортостан


Источник: Г.В.Юлдыбаева. Күгәрсен районында табылған рухи ҡомартҡы эҙенән // Краеведческие записки Сибайского музея. Сибай, 2016. С.116-119.

Примечание: Печатается с разрешения автора статьи на историко-краеведческом портале Ургаза.ру.


Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсылары тарафынан ойошторолған академик экспедициялар ваҡытында бай, үҙенсәлекле халыҡ ижады үрнәктәре яҙып алына. Материалдар араһында быуындан-быуынға тапшырыла килгәндәре лә, заманға ярашлы тыуғандары ла, халыҡтың хәтер һандығында әлегә тиклем һаҡланып ҡалған яңы табыштар ҙа осрай. 2013 йылда Рәсәй фәндәр ғилми гуманитар фонды гранты ярҙамында Күгәрсен районына уҙғарылған экспедиция һөҙөмтәләре лә фольклор үрнәктәренә бай булды, тип әйтергә урын бар, сөнки халыҡ ижадының бар жанрҙарынан да өлгөләр яҙып алынды. Әлеге көндә йыйылған материалдар өҫтөндә фольклорсылар тарафынан эш алып барыла, уларҙы ҡулланып ғилми хеҙмәттәр яҙыла. Экспедицияның һөҙөмтәһе булып йыйылған материалдар буйынса төҙөлгән сираттағы фольклор йыйынтығы донъя күрәсәк.

2013 йылғы экспедиция барышында, миңә Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында Вәхитов Рәхимйән Вәлиулла (1938 й.) улынан “Риүәйәти Сәғиҙә” йыры тарихы менән яҙып алырға тура килде. Хәҙерге көндә халыҡ йырын ошондай тулы йөкмәткелә һәм тарихы менән яҙып алыу үҙе ҡыуаныслы күренеш. Рәхимйән Вәлиулла улы был йырҙы атаһының апаһы Гөлниса әбейҙән (1859-1952) ишеткән. Гөлниса әбей бик матур тауышлы, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара торған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, информант йырҙы көйләп башҡарманы, бары тик “әбейем йырҙы “Шәүрә” көйөнә йырлай ине”, тигән мәғлүмәт әйтте.

Йөкмәткеһенә килгәндә, был йырҙа ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағыла. Тарихына байҡау яһағанда ла, башҡорт халыҡ йыры “Шәүрә”[1] менән ауаздаш. Был йырҙа Шәүрә килен ҡайныһы Байымды, ә ул киленен ярата, тик улар кешенән оялып өйләнешергә баҙнат итмәй, йорт-өйҙәрен ташлап ситкә китһә, был йырҙа иһә ҡайны менән килен бергә ҡала, халыҡ уларға бергә булырға ризалыҡ биреп, бағышлап йыр йырлай. “Риүәйәти Сәғиҙә”нең тексында килендең дә, ҡайнының да исемдәре телгә алынмай. Яҙып алынған йырҙың ислам мотивтары менән һуғарылғанлыҫы күҙгә ташлана: “Икенде лә аҡшам йәсих намаҙ, Әлхәм әйтеп сәждә баҫырмын”; йәиһә: “Минең сиккән йәшел таҡыяны, Бисмилла, тип кенә кейәрһең”, шулай уҡ “Инан ғына мендем тау башына, Аллаһүлә яҙҙым ташына”, тигән һүҙҙәр ҙә, мулла образы ла ошоно иҫбатлай.

Йырҙың тарихын, куплеттарын информант нисек һөйләгән шул килеш биреү дөрөҫ булыр, тип уйлайбыҙ.

Бер ир һуғышҡа китеп, ҡайта алмай, ятып ҡала. Уның тыуған төйәгендә ата-әсәһе, бер туған ҡустыһы, ҡатыны һәм улы ҡала. Ҡустыһы менән улына 15-16 йәштәр самаһы була. Ҡайны-ҡәйнәһе егәрле килендәрен улы үлгәс тә үҙҙәре эргәһенән ебәргеләре килмәй, үҫеп килгән икенсе улдарына кәләш итеп ала. Шулай итеп йәш, һылыу егеткә, егерме йәшкә олораҡ тол еңгәһен алып бирәләр. Былар шулай йәшәй башлай. Еңгәһенең ағаһынан ҡалған берҙән-бер улдары тәбәнәк буйлы, йыуантаҡ, бер күҙе ҡылый була. Көндәрҙән бер көндө, икенсе йәйләүгә шул егеткә кәләш күҙләргә баралар. Һылыу ҡыҙҙы, Сәғиҙәне димләп, ризалатып алып ҡайталар. Тик Сәғиҙә үҙенең ирен үҙһенмәй. Беренсе күреүҙән үк ҡайныһы менән бер-береһен оҡшата. Тойғоларын улар үҙ-ара йыр аша аңлата башлайҙар. Сәғиҙәнең ире һылыу кәләшенә лә, уларҙың йырҙарына ла иғтибар бирмәй. Сәғиҙә йыр аша ҡайныһына ирен яратмауын, өс-дүрт айҙан үҙенең ҡасып ҡайтып китәсәген белдерә. Ул күк бейәгә атланып иренән ҡаса. Был турала белеп ҡалған ҡайныһы күк айғыр менән уны артынан ҡыуып етә һәм киленен алдына, эйәргә ултыртып кире йәйләүгә алып ҡайта. Ире менән килененең бергә ҡайтып килгәнен күргән ҡатын, уның ис еме Бәҙерниса була, уларҙы күреп ҡалыу менән тауыш ҡуптара. Халыҡ йыйылып китә, мулла килә. Мулла килгәс, Бәҙернисаның ҡулына Ҡөръән тоттороп, дөрөҫөн һөйләп бирергә ҡуша: – Һинең һөйләгәнеңде ике яғында ике фәрештәң яҙып барыр, ялған һөйләһәң теге донъяла үҙең яуап бирерһең, – тип әйтә. Бәҙерниса үҙенең егерме йәшкә йәшерәк ҡәйнешенә кейәүгә сығыуы тураһында, иренең улының ҡатыны менән яратышыуы тураһында һөйләп бирә. Быны ишеткән Сәғиҙәнең ире матур кәләшенән баш тарта, талаҡ ҡысҡыра. Бәҙерниса ла уларҙың бер-береһен яратҡанын күреп, уларға бергә йәшәргә үҙенең ризалыҡ биреүен белгертеп, мулланан уларға никах уҡыуын һорай. Бар йыйылған халыҡта уларҙың мөхәббәттәренә ҡаршы килмәй, мулла ла йәштәрҙән ризалыҡ һорап, уларға никах уҡый. “Риүәйәти Сәғиҙә” йыры шул турала.


Егет:

Тирмиҙәргә* индем мин, күҙ һирптем,

Бер күреүҙә һине үҙ иттем.

Минең уйҙарымды һин һиҙҙеңме?

Төҫ-фиғелең менән ҡол иттең.


Иҫтәремде алған хур ҡыҙының,

Сайҡағаны ефәк шал микән.

Йәш йөрәккәйемдән шытып сыҡҡан,

Мәңге шиңмәй торған гөл икән.


Әйтмәҫ серҙәремде һин беләһең,

Ҡарайһың да уға көләһең.

Икеләнмә, бәғрем, ризалыҡ бир,

Уға түгел, миңә киләһең.


Күгәреп тә ятҡан, ай, күк дала,

Күк айғырға бер ҙә киң түгел.

Никах бауы менән бәйләп ҡуйған,

Бәҙерниса миңә тиң түгел.


Әбей ҙә генә батша, баҡыр аҡса,

Тирәсләре ҡыя сүрәтле.

Үрһәләнмә, яныйым, сабырлы бул,

Бер аҙ ғына түҙем йөрәкле.


Икенде лә аҡшам йәсих намаҙ,

Әлхәм әйтеп сәждә баҫырмын.

Хәҙер генә түгел, бөгөн түгел,

Ғыйшыҡ серҙәремде асырмын.


Сәмерелә ҡоштоң йән-яғында,

Суҡыштары уның сәкелле.

Рәнйетһәң булыр яҙмышыбыҙ,

Таһир менән Зөһрә шикелле.


Ҡыҙ:

Һалмыш даръялары, ай, киң даръя,

Аръяғында уның ҡымыҙлыҡ.

Ғыйшыҡ уттарында көн-төн янып,

Бер Хоҙайым, бирсе түҙемлек.


Икенде лә аҡшам йәсих намаҙ,

Ҡушарлашып тәсбих тарталыр.

Ян яҫтыҡтарымда яныйым юҡ,

Йөрәккәйем илап яталыр.


Өй башҡайҙарында күк күгәрсен,

Зар уҡыйҙыр әлхәм сүрәһен.

Мин моңаймай ғына кем моңайһын,

Бәхеткәйем юҡтыр күрәһең?!


Көплө лә генә урман, ай, йүкәлек,

Аралары уның ҡараңғы.

Йөрәккәйем илай, яныйым, тип,

Түҙәр әмәлдәрем ҡалманы.


Иманғала кәкүк саҡырғаны,

Йөрәгемде сәнсә беҙ кеүек.

Яндарымда ятҡан иркәйемдә

Һис иремәҫ, һалҡын боҙ кеүек.


Ҡара ла ғына йылан, ай, күк дала,

Инәһенә ул да балалар.

Яныйымды айҡап ҡуйынында,

Йылан Бәҙерниса яталыр.


Һалмыш даръяларын мин кисәрмен,

Шырлы туғайҙарын үтәрмен.

Йәйләүемә аман  ҡайтып етһәм,

Аҙаҡ, яныйым, һинһеҙ нишләрмен?


Минең сиккән йәшел таҡыяны,

Бисмилла, тип кенә кейәрһең.

Эйәр һиңә яныйым, үңнек миңә,

Әйтмәҫ серҙе аҙаҡ һиҙерһең.


Инан ғына мендем тау башына,

“Аллаһүлә” яҙҙым т ашына.

Зар-һағыштар һайлап төшә микән,

Ҡыҙ баланың ғәзиз башына.


Мулла:

Донъя малы, тиҙәр, дуңғыҙ ҡаны,

Донъя йәмен ҡылма, мал белән.

Ҡиәмәттең йәме, иман менән,

Был донъялар һөйгән йәр менән.


Халыҡ йыры:

Йөҙөгөҙҙә мөһри иман булһын,

Донъяғыҙҙа бәхет, ҡот тулһын.

Итәк-итәк тапҡан балаларығыҙ,

Ауыл-ауыл булып ултырһын.


Тамам.


Шулай итеп, Күгәрсен районында яҙып алынған “Риүәйәти Сәғиҙә” йыры башҡорт халыҡ ижадының аҫыл бер үрнәге булып тора. Бындай йырҙар халыҡтың эске тойғоһон да, үткәнен дә, кисергәнен дә еткерә беҙгә. Ә беҙгә халыҡтың мәңге шиңмәҫ хәтерендәге ошондай рухи хазиналарҙы әле йыяһы ла, өйрәнәһе эштәр байтаҡ әле.


Әҙәбиәт

1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се китап. / Төҙөүсе, инеш мәҡәлә яҙыусы, аңлатмалар биреүсе С.Ә. Галин. Яуаплы редакторы К.Ә. Әхмәтйәнов. Өфө, 1974. 388 б. 275-се бит.