Современное состояние фольклора в Зианчуринском районе Республики Башкортостан


Источник: Г.В.Юлдыбаева. Башҡортостандың Ейәнсура районына уҙғарылған экспедиция һөҙөмтәләре (Г.В.Юлдыбаева йыйған материалдар нигеҙендә) // Этногенез. История. Культура: Вторые Юсуповские чтения. Материалы Международной научной конференции, посвященной памяти Рината Мухаметовича Юсупова. г.Уфа, 13 ноября 2014 г. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2014. С.324-331.

Примечание: Печатается на историко-краеведческом портале Ургаза.ру с разрешения автора статьи.


Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсыларының 2014 йылда ғилми сәфәре Ейәнсура яҡтарына ойошторолдо. Рәсәй гуманитар фонды гранты сиктәрендә уҙғарылған академик экспедицияның ағзалары: фольклорсылар Гөлнур Хөсәйенова, Гөлнар Юлдыбаева (экспедиция етәксеһе), тарихсы Нәркәс Әхмәҙиева. Ейәнсура районының ун дүрт ауылында (Үтәғол, Юнай, Сәғит, Яныбай, Ярғаяш, Иҙәш, Абҙан, Юлдаш, Сереғол, Саҙалы, Ибрай, Байдәүләт, Сөләймән, Кинйәбулат) эш алып барылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төбәктә лә халыҡ ижады ынйыларының ныҡлап юғала барыуы асыҡланды. 2003 йылдан алып уҙғарыла килгән фольклор экспедициялары һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Ейәнсурала ғына түгел, Башҡортостандың башҡа райондарында ла хәҙер инде эпостар, әкиәттәрҙең ололар хәтеренән юйыла барыуы яңылыҡ түгел, ә бына легенда-риүәйәттәрҙең, йырҙарҙың, бәйеттәрҙең, мөнәжәттәрҙең, таҡмаҡтарҙың, им-томдоң, тыйыуҙарҙың, һынамыштарҙың, мәҡәл-әйтемдәрҙең был районда халыҡ телендә бик аҙ һаҡланыуы күренде. Әлеге мәҡәләлә ун көн һуҙымында алып барылған эштең һөҙөмтәһенә бер аҙ күҙәтеү яһала.

Тәү сиратта шуны билдәләп үтергә кәрәк: күп ауылдарҙа фольклор ансамблдәре ойошторолған һәм улар бик әүҙем эшләй. Йор һүҙле, йырға-моңға бай ағинәйҙәрҙең ерле материалдарға таянып йолаларын, байрамдарын тергеҙеп, уларҙы сәхнәләштереп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуы, рухи хазиналарҙы шул рәүешле һаҡлап ҡалыуы, йәш быуынға күрһәтеүе - изге эш. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, тигән халыҡ мәҡәле. Ошо тынғыһыҙ йәй көнөндә бар эштәрен ташлап, милли костюмдарын кейеп, башҡортҡа хас ихласлыҡ менән, беҙҙе сәй әҙерләп, ихлас ҡаршы алған Үтәғол ауылының “Йәмһибә”, Ибрай ауылының “Һүрәм” фольклор ансамблдәре ағинәйҙәре менән осрашыу хәтерҙә уйылып ҡалды.

Райондың Юлдаш ауылы мәктәбендә дәүләт эшмәкәре Рәхим Ибраһимов исемендәге комплекслы музей ойошторолған. Экспонаттарға бай, тәрән йөкмәткегә эйә булған музей эшләй бында. Ауыл халҡының, балаларҙың ҙур теләк менән ошо музейҙы материалдар менән байытыуы ҙур хөрмәткә лайыҡ.

Алда яҙып үткәнемсә, был яҡтарҙа халыҡ ижадының төп жанры һаналған эпостарҙы яҙып алыу түгел, уларҙың ниндәйҙер өҙөктәрен булһа ла ишетеү бәхете теймәне, әкиәт жанры ла юҡ дәрәжәһендә. Әкиәтте был төбәктә “ҡарһүҙ” тип атайҙар. Оло быуын вәкилдәре “Ҡарһүҙҙе теттеләр инде борон. Боронғолар ныҡ һөйләйҙәр ине, иҫтә генә ҡалмаған”(5) тигәндән ары китмәне. Шулай ҙа, Ярғаяш ауылында бер әкиәт яҙып алынды.
Ғөмүмән алғанда, экспедицияларҙа әкиәт жанрына ҡарата ҡыҙыҡлы күренеш күҙәтелә, ҡайһы яҡҡа ғына барһаңда, һәр районда тиерлек “Үгәй ҡыҙ” әкиәтенең үҙенсәлекле варианттары яҙып алына. Әкиәт белгесе Г.Хөсәйенова ла быны билдәләй [10, 130, 139 б.б.]. Ейәнсура районының Ярғаяш ауылында был ҡарһүҙ “Сүлмәганай”(2) сюжетында һаҡланып ҡалған. Әкиәттең был яҡта ниндәй дәрәжәлә йәшәүен, һаҡланып ҡалыуын күрһәтеү маҡсатында һүҙмә-һүҙ биреүҙе кәрәкле тип таптыҡ: “Борон-борон заманда бер әбей менән бабай булған, ти. Бабайҙың әбейе үлеп киткән дә, бабай икенсе әбей алған. Ул әбейҙең эйәреп килгән ҡыҙы булған, ҡыҙҙар килешеп йәшәрҙәр әле бергә, тигәндәр. Ике ҡыҙ бергә уйнар, шаярып йөрөрҙәр, тигәндәр. Ҡыҙҙар үҫә бара, үҫә бара, әбей үҙенең ҡыҙын ныҡ тартҡан, был ҡыҙҙы ситләткән.

– Ҡыҙың алама, был ҡыҙҙы ҡайҙа булһа ла алып барып ташла, – тигән бабайға.

Бабай ҡыҙҙы урманға алып киткән. Ҡайҙа ҡалдырырға белмәгән.

– Һин һыу буйында балыҡ тотоп ултырып тор, - тигән дә, ҡыҙҙы ҡалдырып киткән. Ҡыҙ балыҡ тотоп ултырған. Бабай бер туҡмаҡты тапҡан да, бәйләп киткән, йәнә лә утын киҫә. Теге туҡмаҡ “таҡ-таҡ” тип, ел иҫкән һайын таҡылдап тора икән. Ҡараңғы булып киткән, ҡараңғы булғас, был ҡыҙ ни эшләргә белмәгән, атаһын эҙләп киткән урман яғына. Урман яғына барһа, бер өй ултыра, тей, ул өйгә инһә, бер әбей ултыра, тей.

– Уй, балам, ҡайҙан килеп сыҡтын, әйҙә ултыр, йыуын, аша, эс, – тип әйтә, тей. Тамаҡ та ашамаған бит инде был ҡыҙ, атаһы тамаҡ биреп киткән бит инде.

– Ятып йоҡла ла, иртәнсәк торғас мине мунсаға алып барырһың, – тигән.

– Мунсаға нисек алып барырға? – тигәс, әбей:

– Ҡулымдан тот та, күтемә тип, – тигән. Шунан был ҡыҙ әбейҙе ҡулынан тотҡан, ипләп кенә алып барған мунсаға. Йыуындырған матур итеп тороп. Шунан йыуындырғас, был ҡыҙҙы әбей яратҡан. Шунан бер көн йоҡлатҡан, тағы мунса индерткән, иртәгәһенә был ҡыҙ тағы матур итеп кенә йыуындырған. Әбей таҙа булып ултырып ҡалған. Әбей ҡыҙға:

– Ана шул атаң ҡалдырған йылға буйына төш, мин бер сүлмәк бирермен, “сүлмәганай, сүлмәганай, мине алып ҡайт, ҡайта алмайым”, – тип телә тигән.

Был ҡыҙ “сүлмәганай, сүлмәганай, мине атайыма алып ҡайтып еткер инде”, тигән. Сүлмәк һыу буйлап аҡҡан, сүлмәк артынан был киткән-киткән, кәртәләренә барып еткәс сүлмәк туҡтаған. Ҡайтып еттем инде, тигән ҡыҙ. Шунан сүлмәкте асып ҡараһалар, эсе тулы алтын булған. Был ҡыҙҙы атаһы ла, әбей ҙә яратып киткән. Алтынды баҙарға алып барып һатып, был ҡыҙҙы матур итеп кейендергәндәр. Әсәһе “минең ҡыҙымды ла алып бар” тигән, теге ҡыҙҙы алып киткән. Ҡыҙын алып барып ҡалдырған бабай. Ҡыҙ илап-илап һыу буйында ултырған да ултырған, икенсе көнмө, өсөнсө көнмө, хәле бөткәс, шул урманға киткән. Шул өйгә барып кергән. Әбей “мунса индер” тигән. “Ҡалайтып индерәйем”, тиһә, әбей: “ҡулымдан тот та, артыма тип”, тигән. Ҡулынан тотҡан да артына типкән был ҡыҙ, ҡулынан тотҡан да күтенә типкән. Шунан был ҡыҙға әбей фатиха бирмәгән, риза булмаған. “Сүлмәганай, сүлмәганай”, тиһәң, ҡайтып етерһең, теге ҡыҙға биргән сүлмәкте һиңә лә бирәм”, – тигән дә, йылан тултырған да сүлмәккә, ҡайтарып ебәргән. “Сүлмәганай, сүлмәганай” тип был ҡыҙ ҡайтып еткән дә сүлмәкте асып ҡараһалар, эсе тулы йылан булған. Шунан ҡыҙҙы Хоҙай Тәғәлә наказать иткән инде, йылан да саҡҡан, шикелле. Теге бабайҙың ҡыҙы матур ҡыҙ булып ҡалған инде”.
Әкиәт жанрының беҙҙең көндәргә ошо хәлдә булһа ла килеп етеүе фольклорсылар өсөн бер табыш.

Легенда, риүәйәттәргә килгәндә, халыҡ телендә ер-һыу атамаларының бары исемдәрен генә һанап һанайҙар, ауылдарҙың килеп сығышын иһә иң беренсе булып ошо урынға килеп ултырған кеше исеменә бәйләйҙәр. Башҡорт халыҡ ижадында был бик таралған күренеш. Шулай ҙа Юлдаш ауылы мәктәп музейында һаҡланған альбомдарҙан ошо ауылға ҡағылышлы бер нисә легенда күсереп алынды. “Иң тәүҙә ауыл булаһы урынға Ырымбур өлкәһенән Ырыҫҡол ҡарт килеп ултыра. Уның алты улы була: Ҡәйепҡол, Ишеғол, Шәмиғол, Сорағол, Солтанғол, Хәләмғол. Ул ваҡиға 1600 йылдар тирәһендә була. Улар ауылға Юлдаш тип исем ҡушырға булалар.

Борон был яҡтарға йыш ҡына ҡалмыҡтар һөжүм итә торған булғандар. Килендәре балалары менән тауҙан ҡысҡырып һыбай, яулыҡтарын болғай-болғай һуғыш барған ергә төшә торғандар. Ҡалмыҡтар, был башҡорттарҙың һалдаттары күп икән, тип ҡурҡып ҡасҡан. Тирә-яҡтағы тауҙар был ҡарттың килендәренең исемдәрен алғандар: Сибай, Зөһрә, Мәмекәй, Мәҙинә.

Икенсе тарих буйынса, Әселе йылғаһы буйында Үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар араһында уҡымышлы ғына бер ҡарт булған. Уны ҡаҙаҡтар пленға алғандар, ҡасмаһын өсөн, уның аяҡ-ҡулдарын телгеләп, ҡыл ҡуйып тотҡандар. Һигеҙ йыл тотҡонлоҡта йәшәгәс, ул нисектер, уларҙың ышанысына инә. Ләкин үҙенең Эйек буйҙарын һағынып йәшәй. Ул ат көткән була. Берҙән-бер көндө яҡшы бер атты эйәрләп ҡаса. Күп тә үтмәй, уны ҡаҙаҡтар белеп ҡалып, ҡыуа төшәләр. Сабып килгәндә бер һаҙматта аттан һикереп ҡала һәм йәйәү Әселе йылғаһы буйына килеп сыға. Шунда бер кешене осрата. Һөйләшеп китәләр һәм ҡарт уға ҡоллоҡта, тотҡонда булғанлығын һөйләп бирә. Ә теге кеше, эт ҡоллоғонда йәшәгәнһең икән, тигән. Минең дә йәшәр урыным юҡ, әйҙә, бергәләп йәшәйек, юлдаш булайыҡ, тигән. Шунан киткән Юлдаш (Этҡол) тигән ауыл исеме. Һуғышҡа тиклем Юлдаш ауылында 89 өй була”(8).

Шулай уҡ, Юлдаш ауылында үҙенең ер-һыуы тарихына битараф булмаған Ҡыуатов Нурвиль Шәриф улынан да (1945 й.) ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яҙып алынды. Уның һөйләгәндәренән: “Юлдаш (Этҡол) ауылына Этҡол тигән кеше нигеҙ һалған. 1755 йылғы восстанияға тиклем һалынған ауыл ул. Этҡол ҡарттың уландары Ураҙгилде Буранбаевтар тоҡомдары. Тәүҙә ауыл һыу аръяғында, баҫҡынсыларҙан, ҡаҙаҡтарҙан һаҡланыуға ныҡ уңай урында була.

Икенсе легенда буйынса, Юлдашты бала сағында ҡаҙаҡтар урлап алып китә. Ул ҡаҙаҡтар араһында йәшәй, шунда бер ҡаҙаҡ байының ҡыҙы Айжан менән һөйләшеп, һыбай килеш был яҡҡа ҡасалар. Һаҡмар буйында Воздвиженка тигән ауыл янында Юлдаштың аты һыуға һикерә, ә Айжандың аты һыуға төшмәй, ҡурҡып ҡала. Ҡаҙаҡтар ҡыҙҙы кире алып китә, ә Юлдаш бында ҡайтып ет.

Ҡаҙаҡтар барымтаға килгән ваҡытта беҙҙең Туңйорт тигән урында мал туплайҙар. Төндә ут яҡҡан мәлдә быларҙы ауылдыҡылар күреп ҡалып, күтәрелеп сығып, тегеләргә һөжүм итеп баҫтырып китәләр. Теге ҡаҙаҡ ҡыҙы тороп ҡалған урынға, Воздвиженкаға, кисеүгә барып етәләр. Ҡаҙаҡтар ошонда Юлдашты уҡ менән атып үлтерәләр.

Беҙҙең ауыл янында Байыш ҡарауылы тигән урын да бар. Борон бер ярлы, байғош малай була. Был малай йылҡылар көткән була. Ҡаҙаҡтар барымтаға килгәнде һиҙеп, ауылға хәбәр итә торған булған. Ул мәргән уҡсы ла булған. “Ҡаҙаҡтарҙың ҡайһы еренә атайым, үңәсенәме, башынамы?”, тип һораған ул. Беҙҙең яҡта хәҙер шундай әйтем ҡалған “яу булмағанда байғош, яу булғанда – Байыш батыр”. Байышевтар бына шунан ҡалған тоҡомдар улар”(6).

Сәғит ауылы янындағы Көнбикә шишмәһе тураһында ла мәғлүмәт яҙып алынды. “Көнбикә тигән ҡыҙ һырттан килгән килен булған. Ул бик зирәк килен булған. Ҡаҫмарт йылғаһына һыуға йөрөргә йыраҡ тип, бер ерҙә һыу соҡоп ҡараған. Шунда шишмә ағып сыҡҡан, ошо шишмәгә уның исемен биргәндәр инде”(5).

Эш мәлендә ауыл янында изге урындар, әүлиә ҡәберлектәре тураһында ла материалдар осраны. Мәҫәлән, Иҙәш буйында “яҡшылар һыуы” бар икән. “Унда бөтөн яҡтан киләләр. Тауҙың моронан ағып ята ул һыу. Унда бер әүлиә әбей ерләнгән ҡәберлек тә бар. Ҡышҡыһын да туңмай ул. Кешеләр унда “ҡырҡ баҫҡыс” та яһап ҡуйғандар. Тауҙы тишеп сыҡҡан ул. Һыуҙың йыланы ла бар, насар күңелле кешеләргә ул һыу бирмәй, тиҙәр, уралып ҡына ята шунда. Күп кешеләр күргән уны.

Әүлиә әбей һыуға гел барып йөрөгән, бер барғанында үлеп ҡалғас, шунда ерләгәндәр”, - тип бәйән итте ололар(4).

Ауылдарҙа беҙгә моңло тауышлы, күңелдәргә үтеп инерлек йырҙар йырлаусы әбей-бабайҙар ҙа осраны. Мәҫәлән, Сәғит ауылында йәшәүсе Йылҡыбаева Мәмдүҙә Ғәлиәс ҡыҙы (1927 й.) ошо яҡтарға хас ҡына үҙенсәлек менән моңло итеп “Зиләйлүк” йырын башҡарҙы:


Һөйәлгәнһең сапсан бағанаға,

Япраҡ төҫлө һары йөҙҙәрең.

Эййй, ҡыҙғанмайса күңелем түҙә алмай, Зиләйлүк,

Бигерәк моңһоу ҡарай күҙҙәрең,

Бигерәк моңһоу ҡарай күҙҙәрең.


Ултырҙым да кәмә, эй, түренә,

Ҡараным да һыуҙың төбөнә.

Эййй, һыу төпкәйҙәрендә һис ҡара юҡ, Зиләйлүк,

Аллам ҡушҡан эшкә сара юҡ,

Аллам ҡушҡан эшкә сара юҡ.

Ул таҡмаҡҡа ла бик оҫта булып сыҡты, “Минең таҡмағым ике тоҡ та, бер моҡсай”, тип бер нисә таҡмағын да әйтеп күрһәтте.

Юнай ауылында йәшәүсе Мөхәмәтйәров Хәким Хәмзә улы (1927 й.) иһә, “Йәш ваҡыттарығыҙҙа ниндәй йырҙар йырлай инегеҙ?” тигән һорауға рәхәтләнеп көлөп: “Минең бер ҙә йырлағаным юҡ, һеҙ һорағас, йырлайым әле бер”, тип, үҙенең йәшлек йырын башҡарҙы:


Йыр йырлауҡайҙары, ай, һөнәрме,

Йыр йырлаған кеше лә, эй, үләрме?

Йыр йырлаған кеше үлеү менән,

Ер ҡыуышҡайҙары ла, эй, тулармы?

Йыр йырлаған кеше үлеү менән,

Ер ҡыуышҡайҙары тулармы?(7)


Бына шулай экспедиция ваҡытында йәш саҡтарын иҫтәренә төшөрөп, киске уйындарҙы хәтерләтеп, йырламаған кешеләрҙе йырлатып ҡуябыҙ беҙ ҡай саҡта.

Экспедицияларҙа иң тотороҡло һаҡланған жанр төрө булып таҡмаҡтар һанала. Һәр ауылда тиерлек таҡмаҡҡа оҫта әбейҙәр осрай, улар әйтелгән һүҙгә оҫта ғына итеп таҡмаҡ менән яуап ҡайтара. Юлдаш ауылында иһә таҡмаҡ әйтеп бейетә торған Сәмиғә әбейҙе хәтерҙәрендә һаҡлайҙар. Уның ижадынан бер нисә бейеү таҡмағы өлгөһө:


Һиҙарай, һиҙарай,

Һиҙамиҙыр, лизарай.

Литатиҙыр, литатиҙыр,

Литатиҙыр, литарай.


Тауҙа ҡуян эҙе бар,

Беҙҙә ҡунаҡ ҡыҙы бар.

Мулла ҡыҙын күргең килһә,

Ҡурай ал да беҙгә бар.


Ли-ти-та, ли-ти-ти,

Литаяҙыр, ларита(8).


Кис ултырғанда йырланған таҡмаҡтарҙан да бер нисә өлгө яҙып алынды:

Зилим, зилим, Зөбәйҙә, Түбәтәйем, түбәтәйем,

Зилим, зилим, Зөбәйҙә. Түбә таҡтаға тейә,

Алма үҫә, гөлдәр үҫә Ҡарамайым, ҡарамайым,

Иҙел буйы туғайҙа. Ҡараһам, күҙем тейә.


Алмағасҡа бәйләп ҡуйҙым, Гармун, мандолин,

Ала-сыбар тайымды. “Ыскырипка” ҡылдары.

Алмай ҡалһаң үкенерһең, Иҫем китә гармунсыға,

Быйыл сыҡҡан заемды. Нисек уйнай ҡулдары(8).


Был яҡтарҙа “Үгеҙ йөҙөгө”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Күршең татыумы?”, “Сәпсек ҡуйҙым”, “Сөрәкә”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” кеүек уйындар, йырлы-бейеүлеләрҙән “Наза”, “Күләгә” яратып уйналған. 

Мәҫәлән, беҙҙең иғтибарҙы “Сәпсек ҡуйҙым” уйыны йәлеп итте: Уйнаусылар теҙелеп ултыра, бер алып барыусы була. Алып барыусы ауылдан йәки урамдан бер ғаиләне иҫенә ала ла, унда кемдәр йәшәгәнлеген уйлай, шунан ултырғандарға:

– Сәпсек ҡыуҙым, – тип әйтә.

Ултырыусылар:

– Ҡайҙа ҡыуҙың?

– Ҡарағайтуғай һаҙына, – тип яуап бирә алып барыусы.

– Нисә ул, нисә ҡыҙ?

– Бер ҡыҙ, өс ул, атаһы ла әсәһе, өләсәһе.

– Басирҙар.

Әгәр уйланылған ғаилә дөрөҫ булһа, уны табыусы кеше алып барыусы менән урынын алмаша. Уйын артабан шулай дауам итә(8).

Күп төбәктә популяр булған уйындарҙың береһе – “Йәшерәм яулыҡ” уйыны – Ейәнсураларҙың иҫендә лә яҡшы һаҡлана. “Кискеһен йыйылһаҡ “Йәшерәм яулыҡ” уйынын уйнай торғайныҡ. Барыбыҙ ҙа түңәрәк яһап ултырабыҙ. Берәү ҡулъяулыҡ тотоп түңәрәкте уратып йөрөй, шунда әйтә:


Йәшерәм яулыҡ, йәшерәм яулыҡ,

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм,

Бер иптәшем артына, –

тип әйтеп (информант был һамаҡты матур итеп көйләп әйтте – Г.Ю.), ҡулъяулыҡты берәүҙең артына һиҙҙермәй генә һалып китә. Әгәр ҙә ул кеше һиҙеп ҡалһа, тороп уның артынан баҫтыра башлай, теге кеше йүгереп барып уның урынына ултырып өлгөрөргә тейеш. Өлгәрмәһә, уға яза бирелә, яңынан ҡулъяулыҡ һалыусы була, өлгөрһә, теге кеше уның урынына ҡала(4).

Киске уйындарға килгәндә, был яҡта йәштәр борон “Күләгә”гә сыҡҡандар. Ҙур түңәрәккә тороп, таҡмаҡ әйтешеп, бер-береһен уртаға саҡырып сығарып бейегәндәр. Мандолинала уйнаусылар ҙа булған был төбәктә. Юнай ауылында беҙгә мандолина моңон да ишетергә тура килде.
Ваҡыт-миҙгел йолаларынан ейәнсуралар “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Теләккә сығыу”ҙы телгә алдылар. “Кәкүктең яҙ көнө беренсе тауышын ишеткәс тә, теләк теләргә кәрәк. Әбейҙәр элек, уң ҡолағың менән ишеттеңме, әллә һуң ҡолағың менәнме, тип һорайҙар ҙа, уң ҡолағың менән ишетһәң, һәйбәткә булыр, тиерҙәр ине. Ул ҡысҡырһа ике ҡолаҡ менән дә ишетәһең инде ул, тик уң ҡолағым менән ишеттем, тип яуапларға кәрәк инде. Ололар шулай тип әйтә инеләр. Кәкүк ауылға инеп ҡысҡырһа, ул ултырып ҡысҡырған ағастың төбөнә аҡ: һөтмө, ҡатыҡмы ҡойорға кәрәк, тип әйтәләр. Кәкүк ауылда ҡысҡырһа, берәй афәт килер ауылға, тиҙәр ине. “Ҡарға бутҡаһы”на яҙғыһын сығып, бутҡа бешерәләр ине. Ҡалған аҙыҡты, ҡоштар ҙа ашаһын, тип ағас төптәренә һалып китәләр. “Нилектән уҙғарыла был байрам, тигән һорауға, информант, “илдәр имен килһен, илдә тыныслыҡ, уңышлы йыл булһын, тип теләп уҙғарабыҙ”, тип яуап бирҙе(4).

Ямғыр яумайынса, ҡоролоҡ йонсотҡанда, ауыл халҡы йыйылып теләккә сығып, йылғаға ҡара ҡаҙан түңкәргәндәр. Үтәғол ауылында “Йәмһибә” фольклор ансамбле ағинәйҙәренән ямғыр теләүҙең һамаҡтары ла яҙып алынды:


Яу, яу, яу, яу, яу, яу, ямғырым,

Ямғыр яуһа, ергә май,

Иген үҫһен ишелеп,

Һыйырҙарға һөт төшһөн,

Кәзәләргә май төшһөн.

Ямғыр яу, яу, яу, яу,

Иген үҫһен тау, тау, тау,

Арыштан, бойҙайҙан,

Беҙ теләйбеҙ Хоҙайҙан.

Яу, яу, ямғырым,

Яуғаныңды көтәбеҙ.

Ямғыр ныҡ яуып йонсотһа инде, йылғаға түңкәргән ҡаҙанды кире барып алғандар.

Ырымдар, тыйыуҙар, һынамыштарға килгәндә, башҡорттарҙа элек-электән ҡояш байығас, ҙур эштәр башларға, эңер төшкән ваҡытта йоҡлап ятырға, ҡайһы бер эштәрҙе, йәғни, иҙән һеперергә, йыуынты һыуҙы тышҡа сығарып түгергә, йылғанан һыу алырға ярамағанлығы билдәле. Бындай материалдар һәр районда тиерлек, даими яҙып алына. Мәҫәлән, “ҡояш байығас, йылғанан һыу алырға яраймы” тигән һорауға: “Зарураттан һыу алам, ҡан алмайым, һыу алам, тип әйтеп алырға ярай, тип яуап бирҙеләр(4). Йәиһә, “аҡ һаҡаллы ҡарт килгән, тәһәрәткә һыу кәрәк”, тип тә әйтәләр икән(5). Ҡояш байып, эңер төшкәс, ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡ ябынып ҡына тышҡа сығырға тейеш, яулыҡ уның нурын ҡаплап, һаҡлап торор”, – тип тә һөйләне информант(4).

Таң һыуының шифаһы, уны алған ваҡытта әйтелгән һамаҡ өлгөһөн дә яҙып алырға тура килде:


Бисмиллаһир рахманир рахим,
Таң атаһы Сөләймән,

Таң әсәһе Айһылыу,

Уның ҡыҙы Таңһылыу,

Шифалыҡҡа һыу алам,

Риза булып бир, Аллам, -

тип әйтеп алаһың да, доғалар уҡып, өшкөрөп, шул һыу менән ҡойонһаң, бар булған ауырыуҙарҙан ҡотолаһың икән. Таң һыуына барған юлда ла, ҡайтҡанда ла доғалар уҡып барырға кәрәк, тиҙәр ололар(2).

Ейәнсураларҙың ҡул эше оҫталығы, уларҙың бәйләгән шәлдәренең даны күптән инде әллә ҡайҙарға таралған. Шәл бәйләүгә ҡағылышлы ырымдар ҙа ишетергә тура килде. Баҡтиһәң, шәл бәйләгәндә, берәйһе килеп инһә, уға йүгереп ин, тип әйтергә кәрәк икән. Был иһә шәлде тиҙ генә бәйләп бөтөр өсөн әйтелә. Әгәр ҙә шәл бәйләй башлағанда ауыр аяҡлы кеше килеп керһә өйгә, эш оҙаҡҡа китәр, шәл оҙаҡ бәйләнә имеш(4). Башҡа бер ҙур эш башлаған ваҡытта иһә, башҡа яҡтарҙағы кеүек: икендегә етмәһен, ике һуҡыр күрмәһен(1), тип әйтәләр, ейәнсуралар.

Бала бағыуға бәйле үҙенсәлекле материалдар ҙа яҙып алынды. Баланың тәүге “ҡарын сәс”ен, ҡырҡы сыҡҡас, атаһы алырға тейеш. Тәүге сәсте һаҡларға кәрәк, ҡарын сәсенең ҡарғышы ҡаты булыр, ти. Уны бетеү һымаҡ итеп, сәңгелдәккә тегеп ҡуйырға кәрәк икән(2). Әгәр ҙә инде баланың ҡарын сәсен алмай ҡалдырһаң, кеше ғүмере буйы ҡарғышлы, күңеле ҡара булыр, ти(3). Баланы ҡырҡы сыҡҡансы яңғыҙ ҙа ҡалдырырға ярамай, бире алмаштырыр. Яңғыҙ ҡалдырған ваҡытта, янына ҡайсымы, бысаҡмы һалып китергә кәрәк (2).

Бала тыуып, аҙна тирәһе үткәс, “эт күлдәге” кейҙерә торған булғандар. Эт күлдәген иҫке-моҫҡо кейемдән, әммә йомшаҡ туҡыманан, баланың тәненә батып ауырттырылыҡ йөйҙәрен мөмкин тиклем аҙыраҡ итеп теккәндәр. Күлдәктең муйын уйымы ла, ең, итәк остары ла бөгөп тегелмәй, ә елберләгән көйө ҡалдырыла. Эт күлдәген баланың ҡырҡы сыҡҡансы кейҙереп, һуңынан урамда берәй эткә кейҙереп ебәргәндәр, йәнәһе, күлдәктең хужаһы ошо эт кеүек әрһеҙ булып үҫер, тигәндәр(8). Шулай уҡ, ҡатындың тыуған бер балаһы үлеп торған ваҡытта ла, ҡырҡ өйҙән “ҡырҡ ҡорама күлдәк” тегеп кейҙергәндәр, был ҡырҡ ҡораманы ла һуңынан эткә кейҙереп ебәрер булғандар(9).

Балаға күҙ теймәһен өсөн иһә, баланың кейеменә, түш өлөшөнә ағастан яһалған мәрйен тегеп ҡуйырғандар. Бының өсөн урман төпкөлөндә, кеше күҙенә күренмәй үҫкән миләштең 4-5 мм. йыуанлығындағы ботағын 5-6 мм. оҙонлоҡта киҫеп алып, үҙәген соҡоп сығаралар, үҙенә күрә ағастан яһалған мәрйен барлыҡҡа килә икән. Ҡайһы бер кешеләр иһә баланың башлығына, күлдәгенең түшенә ҡортбаш теккәндәр(8).

Бала бәүеткәндә көйләп әйтелгән сәңгелдәк йырҙары ла һаҡланған ағинәйҙәр хәтерендә. Бишек йырҙарын көйләп башҡарҙы улар.

Кәзәләрем тауға ҡыу,

Тауҙан ҡайтһа, һыуға ҡыу,

Һыуҙан ҡайтһа, бикләп ҡуй,

Кәзәләрем утлаһын,

Беҙҙең бәпес йоҡлаһын.

Аллаһыу, аллаһыу.(1)

Буш сәңгелдәкте бәүетергә ярамай, бала илаҡ булыр, тип тә иҫләнеләр.

Боронғолар бала оҙаҡ атлап китә алмағанда “тышау ҡырҡҡандар”. Бының өсөн ҡырҡ бер рәт итеп аяҡлаған епте баланың аяғына кейҙергәндәр ҙә, өс мәртәбә:

– Нимә ҡырҡаһың?

– Тышау ҡырҡам, – тип әйтеп, епте ҡырҡып алғандар. Шулай итеп баланың аяғында күҙгә күренмәйсә тотоп торған ептәрҙе “тышау”ҙы алғандар(2).

Юл пәйғәмбәре Хызыр-Илъяс тураһында хөрәфәттәр ҙә йәшәй халыҡ телендә. “Хызыр-Илъяс ул изге хәлфә ул. Ул юлсыларҙы һаҡлап йөрөтә. Бына ҡайһы берҙә кискеһен, көтмәгәндә уйламаған кеше килеп инһә, ул кешегә яҡшы өндәшеп, риза булып, ҡаршы алырға кәрәк. Хызыр Илъяс яратмаған кешең булып килеп кереүе бар. Ул кешенең йомошон йомошлап сығарырға кәрәк. Бындай кешенең етмеш тамыры ташып килер, тигәндәр. Йомошон бирмәһәң, үҙеңә зыян килер, ти”(4). Борон кешенең кемгәлер инәлесе, йомошо төшһә, йөҙһөрөп йәиһә башты эйеп, ике ҡуллап күрешкәндәр икән(9).

Был яҡтарҙа өй нигеҙе һалырҙан алда ауылдың эште яҡшы белгән иң оло кешеһе саҡырылған. Йәш кеше уның кәңәшен тотҡан. Нигеҙ һалғанда, урын һайлау өсөн, тәңкәне нәҙек епкә тағып ер өҫтөнән йөрөткәндәр. Тәңкә тирбәлгән ерҙә өй төҙөргә ярамаған. Өй төҙөгәндә өмә менән эшләгәндәр. Өмәлә иң ауыр эштәр, хужа яңғыҙы эшләй алмаҫлыҡтары башҡарылған. Ярҙамға хужаның яҡындары, туғандары килгәндәр. Өмәселәрҙе ит, аш һәм ҡымыҙ менән һыйлағандар. Иң беренсе өмәгә нигеҙ урынын билдәләргә ярҙам иткән кешене саҡырылар.

Нигеҙҙе, ен-пәрей, шайтандарҙан һаҡлау ниәтендә, доға уҡып, тимер менән уратып һыҙғандар. Тел-тештән ҡурсалаусы доға уҡып, шул доға яҙылған ҡағыҙҙарҙы дүрт нигеҙ мөйөшөнә ҡыҫтырғандар. Өй хужаһының тормошо яҡшы, мул, бай булһын өсөн нигеҙ буйына, өрлөк остарына аҡса һалып ҡалдырғандар. Беренсе өрлөктө күтәргәндә уға берәй эсемлек (ҡымыҙ, көрәгә) менән һауыт ҡуйылған. Эсемлекте түкмәй, һауытты ватмай мендерергә тейеш булғандар, был йортта һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек булһын өсөн эшләнелгән.

Өйҙө, уның хужаһын хәүефтәрҙән һаҡлау маҡсатында ат башының һөйәген ихаталағы берәр бағана башына элгәндәр. Уны тыныслыҡ, бәрәкәт килтереүсе һын итеп һаҡлағандар йәиһә тупһаға даға ҡаҡҡандар, ҡайһылары өй эсенә тимер сөй ҡаҡмағандар, фәрештәләр ултырһын, ял итһендәр өсөн, гел ағас сөй ҡаҡҡандар(8).

Ҙур эштәрҙе ейәнсуралар шаршамбы көндө, изге көндө, башҡарғандар. Өйгә күсеү, өй туйлау байрамдарын да шаршамбы көндө үткәреүҙе хуп күргәндәр. Ә йома – байрам һаналған. Был көндө өй туйлағандар. Нигеҙ һалғанда ҡатнашҡан, кәңәш биргән ҡарттар табындың түрендә булған. Шулай уҡ өмәлә ҡатнашыусылар, туғандары, дуҫ-иштәре, ҡоҙалары саҡырылған.

Ибрай ауылы “Һүрәм” фольклор ансамбле ағзаларынан өй һылағанда әйтелгән таҡмаҡтар ҙа ишетергә тура килде:

Балсыҡ баҫайыҡ әле лә, Балсыҡ баҫып, һыу ҡоябыҙ,

Өйҙө һылайыҡ әле шул. Һаламын да өҫтәйбеҙ шул.

Фәрештәләр “амин” тиһен, Эше генә булып торһон,

Эште башлайыҡ әле. Ең һыҙғанып эшләйбеҙ.


Раз, раз, еще раз, Раз, раз, еще раз,

Һеҙҙә балсыҡ баҫалармы. Балсыҡ баҫайыҡ әле.

Беҙҙә балсыҡ баҫалар. Хужаларҙың күңеле булһын,

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай, Матур баҫайыҡ әле.

Йырлашып эш башлайҙар.


Ауылдарҙа шиғыр яҙыусылар менән дә осрашырға тура килде. Иҙәш ауылында йәшәүсе Ҡәҙербаева Гөлйыһан Сәйфулла ҡыҙының шиғырҙары бер нисә йыл рәттән инде район гәзите биттәрен биҙәй, беҙҙе лә ул үҙенең ижады менән таныштырҙы. 

Шулай итеп, был мәҡәләлә беҙ Ейәнсура төбәге башҡорттарынан яҙып алынған халыҡ ижады ынйыларын барланыҡ. Беҙҙең маҡсат, экспедицияла йыйылған материалдар менән таныштырыу ине. Күренеүенсә, иғтибарҙы йәлеп итерҙәй материалдар бар, уларҙы эшкәртеүҙе дауам итеп, ғилми әйләнешкә индереү, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү беҙҙең киләсәк маҡсат булып тора.


Информанттар исемлеге

1) Аҡбутина Мөкәрәмә Исмәғил ҡыҙы, 1964 йылғы, 9 класс белемле, 3 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Ағурҙа ауылында тыуған, Үтәғол ауылынан.

2) Байбулатова Миңлезифа Камалетдин ҡыҙы, 1924 йылғы, 7 бала әсәһе, 4 класс белемле, утын яҡҡан тракторҙа эшләгән, Ярғаяш ауылынан.

3) Бирҙеғолов Әхмәр Урал улы, 1961 йылғы, 10 класс белемле, 3 бала атаһы, клубта эшләй, гармунсы, Үтәғол ауылынан.

4) Дәүләтбәкова Зилә Фәйзрахман ҡыҙы, 1949 йылғы, юғары белемле, 3 бала әсәһе, мәктәптә эшләгән, Байыш ауылынан килен булып төшкән, Үтәғол ауылынан.

5) Йылҡыбаева Мәмдүҙә Ғәлиәс ҡыҙы, 1927 йылғы, 6 класс белемле, 6 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Сәғит ауылынан.

7) Ҡыуатов Нурвиль Шәриф улы, 1945 йылғы, юғары белемле, 2 бала атаһы, Юлдаш ауылынан.

8) Мөхәмәтйәров Хәким Хәмзә улы, 1927 йылғы, 4 класс белемле, 5 бала атаһы, Юнай ауылыныҡы, колхозда эшләгән: тимерсе, көтөүсе, урмансы.

9) Юлдаш ауылының мәктәп музейындағы альбомдарҙан алынды.

10 Юлдашбаева Мәрфуға Баймырҙа ҡыҙы, 1942 йылғы, 7 класс белемле, 4 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Ибрайҙан килен булып төшкән, Саҙалы ауылы.

11) Хусаинова Г.Р., Юлдыбаева Г.В. Современное состояние башкирского фольклора (сборник научных статей). Уфа, 2012.