Современное состояние фольклора в Баймакском районе


Источник: Г.В.Юлдыбаева. Баймаҡ районы халыҡ ижадының хәҙерге торошона күҙәтеү (автор яҙып алған материалдар нигеҙендә) // Краеведческие записки Сибайского музея. Вып.1: Сборник статей. Сибай: Издательство ГУП «Сибайская городская типография», 2015. 146 с. С.93-99.

Примечание: Печатается на историко-краеведческом портале Ургаза.ру с разрешения автора статьи.


2012 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклорсыларының сираттағы ғилми экспедицияһы РГҒФ-ың «Ырымбур өлкәһенә экспедиция» проекты гранты (етәксе Гөлнар Юлдыбаева) сиктәрендә Баймаҡ районында эшләне. Экспедиция ағзалары: бүлек мөдире Гөлнур Хөсәйенова, өлкән ғилми хеҙмәткәр Гөлнар Юлдыбаева (экспедиция етәксеһе) һәм аспирант Олеся Әхмәдрәхимова.

Был төбәктә фольклорсылар беренсе тапҡыр ғына эшләмәй. Төрлө йылдарҙа фольклорсылар А.Д.Калякин(1950), Н.Д.Шоңҡаров(1966-1970), Ҡәҙим Аралбай (1972), Н.В.Нафиҡова (1979), Ф.А.Нәҙершина(1983), Р.Ә.Солтангәрәева (1983, 1984, 1995), Б.С.Байымов(1990-2000), Г.Р.Хөсәйенова (1990, 1995) халыҡ ижады йыйыу маҡсатында Баймаҡ районы ауылдарында эшләй. Әлбиттә, үткән быуатта яҙып алынған фольклор материалдары күпкә бай һәм үҙенсәлекле. Йыйылған рухи ынйылар «Башҡорт халыҡ ижады» тупланмаларында, ғалимдарҙың тикшеренеүҙәрендә донъя күргән, ғилми әйләнешкә ингән.

Ул йылдарҙа яҙып алынған «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Йософ һәм Зөләйха» кеүек эпостар, әкиәттәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, ер-һыу атамаларына бәйле легендалар хәҙерге заманда күпкә ҡайтыш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең маҡсат: бөгөнгө көндә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған, уның телендә йәшәгән ижадты йыйыу, сағыштырып өйрәнеү һәм хәҙерге торошон билдәләү. Йыйылған материалдан күренеүенсә, был төбәктә халыҡ ижады йәшәүен дауам итә әле. Йолаларын һаҡлаған, йырлы-моңло, күңелсәк, йомарт халыҡ йәшәй Баймаҡ яҡтарында.

Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә бар материалды күрһәтеп булмай, районда йыйылған халыҡ ижады өлгөләре, Г.Р.Хөсәйенова проекты сиктәрендә донъя күрә килгән, «Экспедиция материалдары» тупланмаһының сираттағы баҫмаһында донъя күрәсәк.

Беҙҙең тарафтан Баймаҡ районының туғыҙ ауылында (Ярат, Йәрмөхәмәт, Ғүмәр, Ишберҙе, Йылым, Йомаш, Таулыҡай, Түбәнге Таулыҡай, Буранбай, Сыңғыҙ) эш алып барылды. Халыҡ беҙҙең менән ихлас әңгәмәләште, ваҡыт юҡлығына һылтанмай, һәр өйҙә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Беҙҙең ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе белгәс, ололар бик изге эш менән йөрөйһөгөҙ икән, эштәрегеҙ уң булһын, тип, аҡ юл теләп ҡалдылар.

Баймаҡ районында беҙҙе иң һоҡландырғаны, халыҡ телендә таҡмаҡтарҙың күпләп йәшәүе булды. Бер нисә йыл рәттән экспедицияларға йөрөү дәүерендә, был жанр төрөнөң хәҙерге көндә яйлап халыҡ теленән юғалып барыуы һиҙелә ине. Әммә баймаҡтарҙың күңел һандығын аҡтарып әллә күпме таҡмаҡтар яҙып алырға тура килде. Йөкмәткеләре менән төрлө улар, Сталинға, Ленинға, фронтҡа арнап ижад ителгәндәре лә, хәҙерге тормошто данлап, ҡайһы берҙә төртмәләп сығарылғандары ла, шаян, мөхәббәт тураһында, араһында ҡайғылы мәлдәрен сағылдырыусы таҡмаҡтар ҙа бар. Шулай уҡ халыҡ телендә киске уйындарҙа бейеү көйҙәренә ҡушылып, йәиһә уйын-көлкөнө, ҡыҙыҡлы берәй күренеште оҙатып башҡарылғандары ла бихисап. Ололар таҡмаҡты һүҙ араһында ҡыҫтырып һөйләп тә әйтеп ебәрә, уңайына килтереп йырлап та, һамаҡлап та ебәрә.

Мәҫәлән, Баймаҡтарҙан яҙып алынған фронт таҡмаҡтарына күҙ һалайыҡ:


        Одеял ябынаһыңмы,
        Юрған ябынаһыңмы.
        Төштәреңдә мине күреп,
        Илап уянаһыңмы?

        Юрғаны ла юҡ бында,
        Яҫтығы ла юҡ бында.
        Снарядтар шартлап тора,
        Һинең ҡайғың юҡ бында.

        Яныйыма хаттар яҙҙым,
        Утын бөттө ҡайтһын, тип.
        Һинең ҡайғың юҡ бында,
        Өй мөйөшөн яҡ һин, ти. (12)

Диалогҡа ҡоролған һәм күберәген һамаҡлабыраҡ әйтелгән бындай фронт таҡмаҡтарын Башҡортостандың башҡа райондарында ла ишетергә тура килә.

Халыҡ теле осло ҡәләмле ул. Баймаҡ ағинәйҙәре заман ағышынан ҡалмай Башҡортостан, Рәсәй тураһында таҡмаҡтар ҙа ижад иткән:

        Бейек тауҙың баштарында Магазинга яулыҡ килгән,
        Ҡыҙарып бешә сейәләр. Парлап алып ҡалайыҡ.
        Күп балалы әсәләргә, Йәш ғүмерҙәр ике килмәй,
        Сертификат бирәләр. Уйнап-көлөп ҡалайыҡ.

        Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Яҙырға ҡара ҡәләм,
        Исемдәре Зөбәйҙә. Рәхимов менән Сәйетовҡа,
        Рәсәй менән Башҡортостан, Беҙҙән ялҡынлы сәләм.
        Бергә йәшәһен әйҙә.

        Ауырлыҡта үтеп китте, Ел ҡапҡаны елдәр ҡаға,
        Беҙҙең йәшлек ғүмерҙәр. Таҡмаҡ күңелгә дауа.
        Һикереп төшөп бейеп йөрөй, Йәш килендәр бала таба,
        Пенсионер әбейҙәр. Мортаҙа миҙал таға. (10)


Бейеү таҡмаҡтарын иһә ололар ғәҙәттә киске уйындарҙы һөйләгән мәлдә иҫкә алалар. «Борон «вечер һуға» торғайныҡ кистәрен, уйынға сығыуҙы шулай, ти инек. Вечерҙа инде төрлө таҡмаҡтар әйтеп бейей инек:

        Вечер була, вечер була,
        Вечерҙа ҡыҙҙар була.
        Вечерҙағы ҡыҙҙар менән,
       Танышырға ла була, –
тип егеттәр башлай, беҙ уларға ҡаршы таҡмаҡлайбыҙ:
        Йырлайым әле, йырлайым әле,
        Берҙе түгел, икене.
        Йырламаҫ инем икене,
        Һеҙ дуҫтарым һөйкөмлө» –
тип һөйләне информант (12).

Бер-береһен дәртләндереп, бейергә өндәгән таҡмаҡтарҙы ла онотмаған баймаҡтар. Мәҫәлән:

        Бейе, әйҙә, бейе, әйҙә,
        Бейеп булыр тиһеңме?
        Аяҡҡайың ҡыҙып китһә,
        Тымып булыр, тиһеңме?
        Тыпыр-тыпыр бейегәндә,
        Ауыртамы тәпәйең?
        Тәпәйеңде ҡата итеп,
        Яһаған бит әтәйең (12).


Йәнә бейеүсегә шаяртып, төртмә телләнеп әйтелгән таҡмаҡтар ҙа яҙып алынды экспедиция мәлендә:

        Бейе, бейе оҫтараҡ,
        Бер аяғың ҡыҫҡараҡ.
        Ике аяғың тигеҙ булһа,
        Бейер инең оҫтараҡ. (6)

Әңгәмә ваҡытында, хәтирәләргә сумып, күңелдәре тулышҡан мәлдә лә яҙмыш, бәхет тураһында таҡмаҡлап ебәрә оло быуын вәкилдәре:

        Һандуғастың, ҡарлуғастың, Ултырһам уйҙарға сумам,
        Тәхете булмай икән. Талъян гармун уйнатам.
        Иркә үҫкән ҡыҙ баланың, Бәлки рәхәт күрермен, тип,
        Бәхете булмай икән. Үҙемде үҙем йыуатам.

        Алмағастың ботағына, Ултырҙым йылға ярына,
        Элеп ҡуяр шәлем юҡ. Ҡараным һыуҙың төбөнә.
        Алла бирмәгән бәхетте, Һыу төпкәйҙәрендә һис ҡара юҡ,
        Һатып алыр хәлем юҡ. Алла ҡушҡан эшкә сара юҡ. (9)


Оҙон йырға ла оҫта был төбәк кешеләре. Эш алып барылған һәр ауылда тиерлек моңло итеп йырлаусы ололарҙың барлығы күренде. Халыҡ телендә «Сәлимәкәй», «Шәүрә килен», «Шаңшәриф йыры», «Сарман буйы», «Урам көйҙәре», күберәге исемһеҙ йырҙар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Ишберҙе ауылынан Сәйетбатталова Мөслимә Әхмәт ҡыҙы (1927 й.) менән Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Ҡыуатова Ғәйниә Әхмәҙиә ҡыҙының (1927 й.) йырлаған йырҙары хәтерҙә уйылып ҡалды:

        Үтә лә ел елән-сапанымдан,
        Ҡиблаларҙан да иҫкән ел менән.
        Ебәрһәнә, батша, эй, аҡ икмәкте,
        Әтлек ҡаҙып булмай ер ҡаты.

        Һауаларҙа, ай, осҡан аҡҡоштарҙың,
        Тояҡҡайҙары ла, ай, уның һары икән.
        Был донъяҡайҙарҙың ауырлығын,
        Етем бала ғына, ай, күрә икән.

        Һандуғасҡай ала, ай, бауыры ҡара,
        Нигә генә моңаялыр был бала?
        Моңаймаҫ та ине, эй, был бала,
        Күкрәк көсө менән дә, эй, мал таба. (8)

        Йәиһә:
        Һандуғасҡай менән, эй, ҡарлуғас,
        Оя килеп тә ҡора яҙ булғас.
        Кем ғүмере менән кем йәшәһен,
        Үҙ ғүмеркәйҙәре лә аҙ булғас.

        Ишеккәйем алды, эй, күк үлән,
        Иртәнсәккәй тороп тапаным.
        Эскенәйем бошоуын шунан беләм,
        Ризыҡтарҙың тәмен тапманым. (11)


Халыҡ ижадының әкиәт жанры хәҙерге көндә юғалып бара. Төндәр буйы, таң атҡансы әкиәттәр һөйләүсе әбей-бабайҙар хәҙер инде осрамай тиерлек. Ололар әкиәтең ҡайһы бер эпизодтарын йәиһә геройҙарын ғына иҫтәренә төшөрә. Шулай ҙа Баймаҡ районының Йылым ауылында «Бабай менән Һайыҫҡан», «Таҙ мажаралары» (7), Йомаш ауылында «Үгәй ҡыҙ» (9), «Һаран бай» (5) әкиәттәрен яҙып алырға насип булды.

«Үгәй ҡыҙ» әкиәтенең сюжеты таныш, үгәй әсәһе тарафынан йәберләнгән ҡыҙ, йомғағын эҙләп Мәсекәй әбейгә юлығып, байып ҡайта, ә үгәй әсәнең үҙ ҡыҙы, ялҡаулығы арҡаһында үлемгә дусар ителә. Был әкиәтте башҡа төбәктәрҙә лә ишетергә тура килә, информанттар уны ихлас һөйләй. «Һаран бай» әкиәте ҡыҫҡа ғына булыуына ҡарамаҫтан, һаран бай арҡаһында ҡырағай йәнлек-хайуандарҙың барлыҡҡа килеүен бәйәнләй. Йылым ауылында яҙып алынған «Бабай менән Һайыҫҡан», «Таҙ мажаралары» әкиәттәре иһә тулы йөкмәткеле. Информант әкиәтте ихлас, һәр һүҙен урынына еткереп һөйләне. Әлеге көндә халыҡ телендә бындай әкиәттәрҙең йәшәүе, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш.

Информант «Ел-ел, арбам» әкиәтенең йөкмәткеһен хәтеренә төшөрә алмаһа ла, һамағын көйләп әйтте:

        Ел-ел арбам ел, әйҙә,
        Ете диңгеҙ үт арбам.
        Ете урман үт арбам,
        Ете ағайға ет арбам. (9)
        Был һамаҡтың көйө беҙҙең өсөн табыш булды.


Легенда, риүәйәттәргә килгәндә, һәр яҡтағыса информанттар ауыл исеменең барлыҡҡа килеүен, беренсе булып шул урынға килеп ултырыусы кеше менән бәйләй. Ярат, Йомаш, Йәрмөхәммәт ауылдары тарихы тураһында ғына тулыраҡ мәғлүмәт яҙып алырға тура килде. Мәҫәлән, Йәрмөхәммәт ауылы тураһында, «был ауылдың икенсе исеме Ҡабыҡҡош (Ҡабыҡҡыуыш). Ауылға нигеҙ һалған кешеләр ҡабыҡтан ҡыуыш яһап йәшәгәндәр борон. Шуларҙың береһенең исеме Йәрмөхәммәт, хәҙер ауыл ике исем менән йөрөй. Ауыл эргәһендә «Хазина тауы» бар. Бер Хазина исемле әбей йәшәгән ул тауҙа, «Туйбикә» тауында борон байҙар туй эшләй торған булғандар. Ауыл янында «Мағаш» йылғаһы, «Урыҫ сапҡан» йылғалары аға. «Урыҫ сапҡан» йылғаһында бер урыҫты һуғыш ваҡытында сабып үлтергәндәр», тип бәйән итте информант. (12)

Ололарҙың хәтерен яңыртып, бала саҡта уйнаған уйындарын да һораштыҡ. Был яҡта «Гөрөлдәк», «Ширмун», «Алырымҡош», «Һәпәләк», «Наза», «Аҡ тирәк» уйнағандар. Мәҫәлән «Ширмун» уйыны тураһында информант: «Йәшенеп уйнай инек. Бер кеше ҡарауылсы булып ҡала, ул эҙләүсе кеше инде. Таш һалып, өҫтөнә таҡта ҡуябыҙ. Кәнсергә (консерва һауыты) таш тултырып алып, таҡтаның бер башына ултыртабыҙ ҙа, икенсе башына баҫабыҙ, кәнсерҙәге таштар тирә-яҡҡа һибелеп китә. Эҙләүсе кеше шул таштарҙы йыйнап, кире тултырғансы, ҡасып йәшенеп өлгөрөргә кәрәк. Ҡарауылсы йыйнап бөтә лә, йәшенгәндәрҙе эҙләргә китә, ул эҙләгән арала, берәйһе шым ғына йүгереп барып, теге таҡтағы баҫып, кәнсерҙәге таштарҙы тағы тирә-яҡҡа һибеп китә. Эҙләүсе тағы йыйнарға тейеш була. Ана шул таштарҙы түктермәй, бар йәшенеүселәрҙе табып бөтөргә кәрәк» (13), – тип һөйләне. Был уйын ҡайһы бер яҡта «Ун таяҡ» йәиһә «Ун ике таяҡ» тип тә аталып йөрөтөлә.

«Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынының иһә һамағы үҙенсәлекле: Балалар ике төркөмгә бүленеп ҡара-ҡаршы етәкләшеп торалар ҙа, һамаҡлайҙар:

         Ҡабырғала ҡамсыһы,
         Тама торған тамсылы.
         Аҡ тирәк, күк тирәк,
         Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк.

         Ҡабырсаҡтың ҡамсыһы,
         Тама торған тамсылы.
         Аҡ тирәк, күк тирәк,
         Беҙгә Гөлсара кәрәк.


Кемде әйтәләр, шул ҡаршы яҡҡа йүгерә, унда етәкләшеп торған ҡулдарҙы өҙөп китә алһа, берәйһен үҙ яғына алып килә, өҙә алмаһа, шунда ҡала. (9)

Һүҙҙәрҙе рифмалаштырып, көйләп ебәреү нигеҙендә тыуған, тыныс ҡына, һуҙыңҡырап, көйләп башҡарыла торған, мәғәнәле, тапҡыр, хәтерҙә еңел ҡалыусы һүҙҙәр теҙмәһе – һамаҡтар ҙа халыҡ күңелендә һаҡлана әле. Иртән йоҡонан торғас, Ҡояшты сәләмләгән һәм йоҡларға ятҡанда, кешене юлға оҙатҡанда, ай тыуғанда, ямғыр теләгәндә, балаға ҡағылышлы һ.б. һамаҡ өлгөләре яҙып алынды эш мәлендә. Мәҫәлән, бер нисә һамаҡ өлгөһө:

        Йоҡларға ятҡас:
        Башым һалдым яҫтыҡҡа,
        Күңелем бирҙем Аллаға,
        Алла, Алла, тигәндә,
        Ожмах ишеге асылһын,
        Собханалла, тигәндә,
        Таң гүрҙәре яҡтырһын.
        Бисмиллаһир-рахмани-рахим.
        Йә илаһи иллала,
        Йә Аллаға тапшырҙым. (12)
        Ямғыр теләгәндә:
        Ямғыр, яу, яу, яу,
        Иген, бесән үҫһен тау, тау, тау.
        Һыйырҙарға һөт төшһөн,
        Күнәктәргә май төшһөн. (8)
        Баланы һикерткәндә:
        Һәтес-һәтес-һәтес тә,
        Бигерәк матур бәпестә.
        Кем ҡарамаҫ, кем һөймәҫ,
        Шундай матур бәпесте.
        Ҡара-ҡара, атаһы,
        Ҡара нисек талпына.
        Талпынып та, алҡынып та,
        Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә,
        Көймәҫ ерҙән көйҙөрә. (9)
        Баланың бармаҡтары менән уйнап:
        Бутыр-бутыр бутҡа бешә,
        Уртаһына май төшә.
        Әбей бутҡа бешергән,
        Уға сысҡан төшөргән,
        Шул сысҡанды алам, тип,
        Биш бармағын бешергән.
        Баш бармаҡ балан үрер,
        Урта бармаҡ ҡымыҙ итер,
        Бәләкәс бармаҡ бутыр-бутыр. (9)


Ырымдар, ышаныуҙар, тыйыуҙар хәҙерге көндә экспедицияларҙа күпләп яҙып алына. Ололар менән һөйләшеп ултырғанда, улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән һүҙ араһында тыйыуҙарҙы йә иһә һынамыштарҙы әйтеп ебәрә. Мәҫәлән, Баймаҡ районында яҙып алынғандарҙан: “тыуған бер бала үлеп торһа, ата-инәһе баланы инәмдән (кендек инәһе) тәҙрә аша һатып ала. Һатып алғас ҡырҡ ҡорама күлдәк тегеп кейҙерә. Ҡырҡ ҡорама күлдәк – ул төрлө ҡалдыҡ тауарҙарҙан тегелгән күлдәк (13); «картуф ҡаҙа башлағас, иҫән-имен ашарға яҙһын, тип, күршегә бер биҙрә картуфты хәйер итеп бирергә кәрәк (13); «төштө кешегә һөйләргә ярамай. Төш ул – Мәсекәй була, ҡалай юраһаң, шулай китә. Төштөң муйыны ҡыл кеүек кенә булыр. Һөйләһәң дә яҡшы кешегә генә һөйләргә кәрәк, насар уйлыға һөйләһәң, ул кеше насарға юрар, ти (1)»; «баланың йүргәк исеме була. Кендек инәйе баланы ҡулына алғас, баланы урынға берәй исем әйтеп һала, ул исемде берәү ҙә белергә тейеш түгел. Был исем баланы һәр ваҡыт һаҡлап торор, ти» (13); «Ҡояш байығас һыу алырға ярамай, кисен бөтә рәнйеү һыуға төшөр, рәнйеүле һыу алырһың. Иртәнге һыу – таң һыуы, шифалы булыр» (1); «Аллаһы Тәғәлә ете ҡат күктең аҫтында тора. Төндә теләгән теләк ҡабул булыр. Төндә ул ергә яҡыная, шул ваҡытта һорағандарыңды бирермен, тигән Алла, шуға төндә теләк теләргә кәрәк (8)»; «зыярат янынан үткәндә уҡынып, «Лә илаһи иллалаһ» тип уҙырға кәрәк, әрүахтар «мосолман бар икән» тип һөйөнөп ятыр (8)»; «кәкүк беренсе тапҡыр ҡысҡырғанда «бөтә ауырыуҙарым бөтһөн, ғүмерҙәребеҙгә бәрәкәт бир», тип, ергә ятып аунарға кәрәк, бар ауырыуҙарың ергә китер» (7) һ.б.

Информанттар ахыры заман тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне: «Ахыры заман етһә, кеше ер ҡыртышы ашар, ти. Бына шуға хәҙер ташты ҡутаралар бит. Бөтә тауҙарҙың ташын емереп алып бөттөләр хәҙер», – тип уфтанды бер информант (2). «Ахыры заман еткәндә йәйе-ҡышы бер булыр, кешегә көн етмәҫ, мөйөштәге һүрәткә ҡарап ултырырҙар, береһенең хәлен береһе белмәҫ, атһыҙ арбалар күп булыр, кешенең өҫтө сәскә кеүек булыр, ерҙә сәскә бөтөр, тигәндәр боронғолар. Ана бит хәҙер кеше телевизорҙан айырыла алмай, машина менән донъя тулды, кешенең өҫтө кейемгә туйҙы, ә ер ҡороғандан ҡорой», – тип һөйләне икенсеһе (3). Билдәле «Саҡ-Суҡ» бәйетен дә бер инәй (8) хәҙерге тормошҡа бәйләп: «Уларҙың береһе Һаҡ булған, береһе Сүп булған. Бына хәҙер Һағы үлгән, ҡысҡырғаны ишетелмәй, Сүбе генә ҡалған. Бына беҙҙең быуын да сүплектә ҡалды, һаҡлылыҡ бөттө. Һаҡ-Сүп бына шул инде», – тине.

Был төбәктә халыҡ хәтерендә йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә ныҡлы һаҡлана әле. Ололарҙан «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Муйыл сәйе», «Япраҡ сәйе», ҡоролоҡ мәлдәрендә ямғыр теләүгә сығыуҙар, «Һабан һыуына һалышыу», «Ҡар һыуына барыу», «Ойотҡан тәмләшеү», «Төрткөс ҡыуыу», тыуым, үлем, туй йолалары үрнәктәре яҙып алынды. Мәҫәлән, «Ойотҡан тәмләшеү» йолаһын ҡарап үтәйек: «Ойотҡандарҙы туҡып-туҡып сеүәтәгә һалып алабыҙ ҙа ауыл осона сығып китә инек. Шунда һинекен ашап ҡарайым, минекен ашап ҡара, тип бер-беребеҙҙе ҡыҫтай-ҡыҫтай, ойотҡан тәмләтә инек. Күмәк булып йыйылып китәбеҙ. Сеүәтә төбөндә әҙ генә ҡалһа, ҡул менән ҡаплайбыҙ ҙа: «Минең сеүәтә аймы, ҡояшмы?» тип һорашабыҙ. Ай булһа, ярты ярыҡ ҡына була, ҡояш булһа, түңәрәк инде. Шунан «сеүәтә йәшерешеү» уйнай торғайныҡ. Бер-беребеҙҙең сеүәтәләрен ҡайҙа етте шунда йәшереп бөтәбеҙ ҙә, «әйҙә, кем тиҙерәк таба» тип, эҙләшә инек. Кем таба алмай, иң аҙаҡҡа ҡала, шуға наказ бирә торған инек» (1), – тип һөйләнеләр Буранбай ауылында(1). Йомаш ауылында иһә ҡатыҡ тәмләшкәндә әйтелгән таҡмаҡтарҙы ла әйтеп ишеттерҙеләр. Миҫалға бер нисә таҡмаҡ өлгөһө:


        Арғы яҡтан килдеңме, Балдый апай, беҙгә бар
        Бирге яҡтан килдеңме? Балаң артын йыуып бар,
        Ҡатыҡ тәмләшеүҙе белеп, Кейәүең менән ҡушлап бар,
        Ишберҙенән килдеңме? Күстәнәсеңде алып бар.

        Үҙ-ара шулай йөрөшөп, Һинең ситегең бармы әле,
        Татыу йәшәйек әле. Алъяпҡысың бармы әле?
        Борондан ҡалған йола бит, Ҡатыҡ тәмләшәбеҙ тиҙәр,
        Ҡатыҡ тәмләйек әле. Ойотмосоң бармы әле?

        Яҙ көндәре матур була, Сәйеңде ҡуй, ашыңды һал,
        Төрлө сәскәләр атҡас. Ҡунаҡ һыйлайыҡ әле.
        Ҡатығыбыҙ тәмле була, Бер туҫтаҡ ҡатыҡ ҡойоп бир,
        Ҡуйы һөттән ойотҡас. Эсеп алайым әле (9).


Экспедицияла халыҡ медицинаһы буйынса ла күп кенә материал яҙып алынды. Райондың һәр ауылында тиерлек ҡулы, тыны, име килешкән имселәр, кендек әбейҙәре осраны. Әлбиттә, улар үҙҙәренең дауалау серҙәрен беренсе күргән кешегә һөйләп бармайҙар, ярамай, ҡулдың, тындың шифаһы китә, тиҙәр. Быуындан-быуынға күсә килеүсе һәләтте улар үҙҙәре ышанған кешегә генә ҡалдыра. Йылым ауылында беҙгә йылан арбау серҙәрен белеүсе лә осраны, тик һәләтенең серен беҙгә асманы, кешегә һөйләргә ярамай, арбауҙың ҡото китә, тип аңлатты.

«Тел-теш ҡырҡыу», «Баш ҡағыу», «Ҡот ҡойоу», күҙгә арпа сыҡҡанда дауалау ысулдары яҙып алынды. Мәҫәлән, «Тел-теш ҡырҡыу»ға килгәндә, «тышҡы ишектең башынан тупһаға тиклем үлсәп еп алына. Шул епте, уҡынып, илле бер төйөн төйнәйһең. Шул төйнәлгән епте ҡайсы менән ҡырҡҡылайһың. Ҡырҡҡан ваҡытта берәү:


        Ни ҡырҡаһың? – һорарға тейеш.
        Тел-теш ҡырҡам, – тип яуап бирә ҡырҡыусы.

Епте ҡырҡҡылап бөткәс, шыптырға (мешок) төрөп, тупһа аҫтына йәки инеп килгән ҡапҡа аҫтына һалырға кәрәк. Кешенең тел-теше (ғәйбәт һүҙе) кешегә уҙмай, шунда эләгеп ҡалыр» (4).


        Кешенең күҙенә арпа сыҡһа:
        Арпа мәлек, ни мәлек,
        Күҙемә сыҡҡан төймәлек.
        Елдән килһәң, елгә кит,
        Ендән килһәң, ендән кит, –
тип әйтәһең дә, өс арпаның берәүен алып төртөп, арпаны ҡояш байышына, икенсе арпа менән төртөп, ҡояш балҡышына, өсөнсө арпа менән төртөп көньяҡҡа ташлайһың икән. «Арпаны беленгән ыңғайына ғына өшкөрөргә кәрәк, аҙһа, ярылмайынса ҡуймай ул», тип иҫкәртте информант (8).

Буранбай ауылында халыҡ ветеринарияһы буйынса ла мәғлүмәт, малды төрткө ауырыуынан (сибирская язва) ҡотолдороу ысулы яҙып алынды: «Яҙ сыҡты ниһә, малға ауырыу төшә, мал ята ла үлә, ята ла үлә. Әсәйҙәр беҙгә: «Йә, балалар, төрткө ҡыуырға кәрәк», – тиҙәр ине. Беҙ, балалар, бөтәбеҙ бергә йыйылып, ауылдың бер осонан икенсе осона, ҡулға нимә эләгә шуны тотоп, ҡысҡырышып, тауыш сығарып, юлда осраған бар нәмәне һуғып, шарт та шорт тауыш сығарып, урам буйлап сығып китәбеҙ. Ауылдың осона барып еткәнсе, ҡулға нәмә генә йыйылмай ине: һоҫҡо, күнәк, сипсыҡ, әллә нимәләр. Ауылдың осона еткәс, ҡулға килеп эләккән нәмәләрҙе бәреп ебәрәбеҙ. Үҙебеҙсә «Мәсекәй әбей»ҙе шулай туҡмай, ҡыуабыҙ инде. Төн сыҡҡансы йөрөп, тотоп килгән нәмәләрҙе ауыл осонда ҡалдырып, ҡайта ла киләбеҙ. Иртән торғас әсәйҙәр, беҙҙе әрләй-әрләй, һәр береһе үҙенең әйберен шунан барып ала инде» (1).

Шулай итеп, Баймаҡ районына сәфәребеҙ уңышлы булды, тип уйларға ерлек бар. Беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек, халыҡтың хәтерен яңыртып, башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен яҙып алдыҡ. Экспедицияла, ҡайһы бер ауылдарҙа музейҙа урын биләрлек экспонаттар барлығын белдереп, беҙҙән, уны ла йыймайһығыҙмы, тип һораусылар булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул әйберҙәрҙе алып китә алманыҡ, сөнки беҙ ауыл араларында бары тик изге күңелле кешеләрҙең бар һәм күп булыуҙарына ышанып, «Хызыр-Илъяс юлдаш бул», тип, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күреп йөрөйбөҙ. Баймаҡ районында ла хәлебеҙҙе аңлап, ярҙам ҡулы һуҙыусы ағай-апайҙар күп булды. Техника менән ярҙам итеүсе Ярат ауыл биләмәһе рәйесе Әхмәтов Фуат Абдулхай улына, уның тормош иптәше, беҙҙе экспедиция буйына ҡурсалап, тәмле аш-һыуын, йылы сәйҙәрен әҙерләп көтөп тороусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Люция Авзал ҡыҙына, Йомаш ауыл биләмәһе рәйесе Байегетов Мәжит Мөхәммәт улына, Ишберҙе ауыл совета биләмәһе рәйесе Вәлишин Мансур Салават улына, Гайсина Мөнирә Әхмәтсафа ҡыҙына, Таулыҡай ауыл советы биләмәһенән Сәғәҙәтов Рамазан Ибраһим улына һәм ингән һәр өйҙә беҙҙең менән ихлас күңелдән әңгәмәләшкән оло быуын вәкилдәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Информанттар исемлеге

1) Ғөбәйҙуллина Зәйнәп Сәлих ҡыҙы, 1936 йылғы, 6 класс белемле, 1 бала әсәһе, Буранбай ауылы.

2) Заманова Фәниә Лотфрахман ҡыҙы, 1928 йылғы, 4 класс белемле, 10 бала әсәһе, төрлө эштәрҙә эшләгән, Ғүмәр ауылы.

3) Имелбаева Маһинур Дауыт ҡыҙы, 1930 йылғы, 4 класс белемле, 7 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Таулыҡай ауылы.

4) Йосопова Нәғимә Бәғәҙәт ҡыҙы, 1958 йылғы, 3 бала әсәһе, клубта йыйыштырыусы булып эшләй, Ярат ауылы.

5) Истәкова Мәрхәбә Сәғит ҡыҙы, 1934 йылғы, 7 класс белемле, 5 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Йәрмөхәмәт ауылы.

6) Йәндәүләтова Мәзүмә Лоҡман ҡыҙы, 1936 йылғы, белеме юҡ, 1 бала, һауынсы булып эшләгән, Ғүмәр ауылы.

7) Кейекбирҙина Фирҙәүес Зекерейә ҡыҙы, 1939 йылғы, 7 класс белемле, 7 бала әсәһе, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, Йылым ауылы.

8) Ҡыуатова Ғәйниә Әхмәҙиә ҡыҙы, 1927 йылғы, 5 класс белемле, Сыңғыҙ ауылы.

9) Райманова Гөлсира Әбүзәр ҡыҙы, 1936 йылғы, 7 класс белемле, 3 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Йомаш ауылы.

10) Сәғәҙәтова Фәрзәнә Әхмәҙиә ҡыҙы, 1938 йылғы, 7 лкасс белемле, 8 бала, колхозда эшләгән, Түбәнге Таулыҡай ауылы.

11) Сәйетбатталова Мөслимә Әхмәт ҡыҙы, 1927 йылғы, 5 класс белемле, 7 бала әсәһе, колхозда эшләгән, Ишберҙе ауылы.

12) Сәлимханова Хәтифә Сабирйән ҡыҙы, 1929 йылғы, 3 класс белемле, колхозда эшләгән, Йәрмөхәмәт ауылы.

13) Уйылданова Мәрзиә Ҡотлогилде ҡыҙы, 1929 йылғы, 5 класс белемле, 8 бала әсәһе, колхозда эшләгән, һуңынан мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән, Ярат ауылы.